Тыпый
Ауыл | |
Тыпый | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Тыпый (рус. Тупеево) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 415 кеше[1].
Почта индексы — 452265, ОКАТО коды — 80230872002.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кантондар идаралығы дәүерендә (1798 — 1865 йй.) Маты һәм Түрбә йылғалары үҙәндәрен биләгән Тыпый ауылы 10-сы йорт составына инә. Ауылға нигеҙҙе Тыпый Бәҙергәнов (ЦГАДА. Ф. 1173. Оп. 1. Д. 1240. Л. 10) һала. Ошо ауылда йәшәгән Күҙәй Юзеев Ҡырғыҙ улусының башҡа аҫабалары менән бергә 1749 йылда үҙҙәренең еренә яһаҡ татары Үсәй Асиевты (иптәштәре менән бергә) Бай һәм Ютаҙы йылғалары үҙәндәрендә ике утар булдырыу өсөн 10 йылға индерә. Тыпый ауылы башҡорттары Иман һәм Сура Юлмәтовтар, Дауыт Московов батша крәҫтиәндәренә 15 йылға Татыш, Тимәле һәм башҡа күлдәрҙәге балыҡ тотоу урындарын 65 һумға ҡуртымға бирә[2].
III (1762 й.) һәм IV (1783 й.) рәүиздәре араһында ауылға типтәрҙәр индерелә, ә мишәрҙәр XIX быуат башында ғына был ауылға индерелә. Ауылда 1762 йылда 60 кеше, 1783 йылда - 91, 1795 йылда 22 ихатала - 232, 1816 й. - 426, 1834 й. - 456, 1858 йылда 166 ихатала - 1084, 1870 йылда 225 ихатала - 1124, 1917 йылда 399 ихатала 2010 кешенең йәшәүе теркәлә[2].
1870 йылда ауыл халҡы башҡорт тип теркәлә, 1917 йылғы рәүиздә ауылда йәшәүселәрҙең милләте дөрөҫ күрһәтелә[2].
Аҫаба башҡорт үрәтник Ҡотлобулат Юлдашев (1802 й. т.) 1828-1829 йылдарҙағы Рус-төрөк һуғышындағы батырлығы өсөн көмөш миҙал менән бүләкләнә[2].
1843 йылда 456 башҡортҡа 1600 бот ужым һәм 1592 бот яҙғы иген сәселә. Ауылда картуф ултыртыла башлай. Бер кешенең 4 бот катуф ултыртыуы ла теркәлә. 1816 йылдан ауылда мәсет эшләй, ауылда 3 тирмән була[2].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1514 | 762 | 752 | 50,3 | 49,7 |
1959 йыл 15 ғинуар | 877 | 369 | 508 | 42,1 | 57,9 |
1970 йыл 15 ғинуар | 943 | 431 | 512 | 45,7 | 54,3 |
1979 йыл 17 ғинуар | 735 | 327 | 408 | 44,5 | 55,5 |
1989 йыл 12 ғинуар | 555 | 270 | 285 | 48,6 | 51,4 |
2002 йыл 9 октябрь | 506 | 247 | 259 | 48,8 | 51,2 |
2010 йыл 14 октябрь | 415 | 193 | 222 | 46,5 | 53,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Үрге Йәркәй): 25 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 110 км
Күренекле ауылдаштар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Поварисов Суфиян Шәмсетдин улы (29.08.1924 йыл) — шағир, яҙыусы, педагог. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2011).
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Тыпый // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 269 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 декабрь 2019)