Поварисов Суфиян Шәмсетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Суфиян Поварисов
Исеме:

Суфиян Шәмсетдин улы Поварисов

Тыуған көнө:

29 август 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы (1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы[1]), Бәләбәй кантоны, Тыпый ауылы[2]

Вафат булған көнө:

3 июль 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (91 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

Яҙыусы, ғалим-педагог

Премиялары:

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы

Наградалары:
2-се дәрәжәле Ватан һуғышы ордены
Дан ордены
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы
Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү почётлы хеҙмәткәре

Поварисов Суфиян Шәмсетдин улы (29 август 1924 йыл3 июль 2016 йыл) — яҙыусы, тел һәм әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1976 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1991), профессор (1993). Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2011), Башҡортостан Республикаһының (1992) һәм Татарстан Республикаһының (2004) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәр биреү хеҙмәткәре (1997). Фәтих Кәрим (1984) һәм Ғәлимйән Ибраһимов (1998) исемендәге премиялар лауреаты. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 3‑сө дәрәжә Дан (1948) ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Суфиян Шәмсетдин улы Поварисов 1924 йылдың 29 авгусында Башҡорт АССР-ының Илеш районы Тыпый ауылында тыуған. 7 йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, колхозда эшләй. 1942 йылда һуғышҡа китә. Украинаны, Венгрияны, Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү көнөн Германиялағы Дрезден ҡалаһында ҡаршылай.

Һуғыштан һуң Ҡазан дәүләт педагогия иниститутында белем ала. Үзбәкстандың Наманган өлкәһендә, Татарстандың Аҡтаныш районында мәктәптә татар телен уҡыта.1950-1960 йылдарҙа «Ҡыҙыл таң» гәзитендә эшләй. 1960 йылдан Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡыта, профессор.

Суфиян Поварисов 2016 йылдың 3 июлендә Өфөлә вафат булды[3].

Ижад юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Суфиян Поварисовтың ижади эшмәкәрлеге күп яҡлы. Матбуғатта уның күп шиғырҙары, «Ләлә», «Һалдат йөрәге», «Фронт юлдары» исемле поэмалары донъя күрә. Гәзиттә эшләгән үҙен оҫта журналист итеп таныта. Очерктар, мәҡәләләр йыйынтыҡтары баҫтыра.

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ауыл яҙмышы кем ҡулында. — Өфө: Китап, 1992.
  • Бәхет тураһында легенда: Очерктар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1983. — 231 бит.
  • Кәрлә йондоҙ: Комедия. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1974. — 48 бит.
  • Алтын йондоҙло Ләйлә апай: Повесть. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1970. — 70 бит.
  • Яңы көй: Пьесалар. — Ҡазан, Татарстан китап нәшриәте, 1967. — 140 бит.
  • Яратам һине, тормош!: Повесть. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1965. — 96 бит.
  • Биш партизан: документаль повесть / С. Поварисов; [мөх. И. Н. Әхтәмйәнов]. — Өфө : Башҡ. кит. нәшр., 1987. — 160 б.
  • Ер һулышы: повесть һәм очерктәр / С. Поварисов; [мөх. Р. С. Шаммасов]. — Өфө : Башҡ. кит. нәшр., 1975. — 144 б.
  • Йәшлек иртәһе: роман / С. Поварисов. — Өфө: Китап, 2001. — 311 б.
  • Ҡанлы бәхет: роман-хәтирә / С. Поварисов; [мөх. Э. Ниғмәтуллина]. — Өфө: Китап, 2008. — 311 б.

Уның тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Габидуллина З. Тормыш аны үзе чыныктырды. Суфиян Поварисовка – 90 яшь. «Өмөт» гәзите, 2014[4]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйетбай Н. Илешкә рухи һәйкәл // Ағиҙел, 2014, 8-се һан.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар

Поварисов Суфиян Шәмсетдин улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.