Өмөт (гәзит)
Перейти к навигации
Перейти к поиску
Өмөт (Өмет) | |
гәзит | |
Төр | Башҡортостан Республикаһының ижтимағи-сәйәси йәштәр гәзите |
---|---|
Баш мөхәррир | Ноғманов Радис Ғилуан улы |
Сыға башлаған | 1991 йыл, июль |
Редакция адресы: | 450079, Башҡортостан
Республикаhы, Өфө ҡалаhы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы,13 |
Тираж | 25,5 мең (2013) |
---- | |
Веб-сайт: [1] |
«Өмөт» (татарса Өмет) — Башҡортостан Республикаһында 1991 йылдан татар телендә йәштәр өсөн нәшер ителгән ижтимағи‑сәйәси гәзит.
Ойоштороусылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм «Өмөт» гәзите редакцияһы коллективы.
Мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1991 йылдың июленән Өфөлә аҙнаһына 2 тапҡыр татар телендә сыға. Тиражы — 25,5 мең дананан ашыу (2013). Гәзиттә йәш быуынды әхлаҡи һәм рухи йәһәттән тәрбиәләү мәсьәләләре буйынса мәҡәләләр баҫыла, сәйәси, социаль‑иҡтисади темалар, хәҙерге йәштәр проблемалары һәм башҡа көнүҙәк ваҡиғалар яҡтыртыла.
Рубрикалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Башҡортостан: кисә, бөгөн, иртәгә»
- «Республиканың ижтимағи тормошо»
- «Аҙналыҡ күҙәтеү»
- «Был көнүҙәк»
- «Уртаҡлашырға теләйем»
Баҫма шулай уҡ ай һайын 1991 йылдан «Сатҡылар», 2002 йылдан — «Сихәт» һәм 2007 йылдан башлап «Мин — йәш» исемле ҡушымталар сығара.
Баш мөхәррирҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- М. Н. Муллаҡаев (1991—1994)
- Ф. И. Фәтхетдинов (1994—2001)
- Р. Ғ. Ноғоманов (2001 йылдан)
Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2004 йылда «Өмөт» гәзите Рәсәйҙә татар телендә сыҡҡан баҫмалар араһында иң яҡшыһы тип табылды[1].