Эстәлеккә күсергә

Йосопов Тимербай Йосоп улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тимер Йосопов битенән йүнәлтелде)
Тимер Йосопов
Тыуған көнө:

31 май 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Түбәнге Әбсәләм ауылы[1]

Вафат булған көнө:

16 март 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (77 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Дебют:

«Икмәк еҫе» (1968)

Премиялары:
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Наградалары:
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Башҡортостандың халыҡ шағиры (2003)

Йосопов Тимербай Йосоп улы, Тимер Йосопов (31 май 1938 йыл — 16 март 2016 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2003). 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. БАССР-ҙың (1988) һәм Рәсәй Федерацияһының (1999) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1998).

Тимербай Йосоп улы Йосопов 1938 йылдың 31 майында Башҡорт АССР-ының Дыуан районы Түбәнге Әбсәләм ауылында[1]) тыуған.

Өлкөндө урта мәктәбен тамамлағас, буласаҡ шағир Ҡыйғы район гәзитендә эшләй. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Уны 1967 йылда тамамлағандан һуң, Бөрйән районы Аҫҡар 8 йыллыҡ мәктәбендә уҡыта.

1968 йылдан «Башҡортостан пионеры» гәзитендә хеҙмәткәр, 19731977 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының нәфис әҙәбиәтте пропагандалау бюроһы директоры, 19831988 йылдарҙа ижади союздың идара рәйесе урынбаҫары булып эшләй. 1979 йылда Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡарамағындағы Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү) тамамлай.

Тимер Йосопов шиғриәтендә быуындар күсәгилешлеге, заманалар берлеге сағыла.

Әүҙем ижад итеүе 20-се быуаттың 60-сы йылдарында башлана. 1968 йылда «Икмәк еҫе» исемле тәүге шиғри йыйынтығы баҫтырыла. Был китабындағы шиғыр юлдары аша һуғыш ауырлыҡтарын еңеп сыҡҡан быуын вәкилдәренең әсе яҙмышын һүрәтләй.

1998 йылда «Китап» нәшриәтендә баҫылған «Беште ер еләккәйҙәре» китабы өсөн шағирға Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә.

2003 йылда Тимер Йосоповҡа «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Әҙип оҙаҡ ауырығандан һуң 2016 йылдың 16 мартында Өфө ҡалаһында вафат булды[2].

  • 2019 йылдың сентябрендә Дыуан районының үҙәге Мәсәғүт ауылындағы Республика лицей-интернатына Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов исеме бирелде[3].
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар