16 март
Перейти к навигации
Перейти к поиску
16 март | |
![]() |
16 март — григориан стиле буйынса йылдың 75-се (кәбисә йылында 76-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 290 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ҡаҙағстан: Республика гвардияһы көнө.
Рәсәй: Эске эштәр министрлығының иҡтисады енәйәттәр менән көрәш бүлеге (ОБЭП, элек ОБХСС) хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1754: Рәсәй империяһы Сенатының башҡорттар, мишәрҙәр һәм татарҙарҙы яһаҡтан азат иткән, ә уның урынына ҡаҙнанан мотлаҡ тоҙ һатып алырға тейешле тип билдәләгән указы сыға. Был 1755—1756 йылдарҙағы Башҡорт ихтилалы сәбәптәренең береһе була.
- 1929: Өфө халыҡ мәғарифы институты Башҡорт педагогия институты (хәҙер Башҡорт дәүләт университеты) тип үҙгәртеп ҡорола.
- 1962: Никита Хрущёв СССР-ҙа континенталь-ара ракета барлығын иғлан итә.
- 1966: Нил Армстронг Джемини-8 космос карабын Agena карабы менән тоташтыра.
- 1994: Өфөлә Рудольф Нуриев иҫтәлегенә Халыҡ-ара балет фестивале асыла.
- 1997: Башҡортостан Хөкүмәте һәм Санкт-Петербург Хакимиәте араһында Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла.
- 2001: Немец Википедияһы эшләй башлай.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ридик Фәсхетдинов (1940), музыкант, баянсы. 1962—1974 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, 1975 йылдан — хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы баянсы-солисы, 2004—2010 йылдарҙа Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры солисы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989), Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1982) артисы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2015).
- Ғәниева Лидия Камалетдин ҡыҙы (1945), педагогик хеҙмәт ветераны. 1985—2009 йылдарҙа Мәсетле районы Әләгәҙ мәктәбе уҡытыусыһы, директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1974). Сығышы менән ошо райондың Яңы Мишәр ауылынан.
- Мартынов Вячеслав Иванович (1945), педагогик хеҙмәт ветераны. 1970 йылдан хәҙерге Күмертау педагогия колледжы уҡытыусыһы. Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы.
- Билалова Сулпан Билал ҡыҙы (1965), рәссам, дизайнер, педагог. 2000 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Борай ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ишбулатов Хәжиәхмәт Исхаҡ улы (1851—1921), хәрби эшмәкәр. Генерал-лейтенант (1918). Беренсе бөтә донъя һәм гаждандар һуғыштарында ҡатнашыусы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башилов Пётр Петрович (1857—12.09.1919), Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре, 1911—1917 йылдарҙа Өфө губернаһы губернаторы, тайный советник.
- Исхаҡова Ләйлә Хәбибулла ҡыҙы (1927—29.03.2005), хор дирижёры, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының 1959-1984 йылдарҙағы баш хормейстеры (хор етәксеһе), РСФСР-ҙың (1978) һәм Башҡорт АССР-ының (1969) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- Әюпов Нурлығаян Фәйзулла улы (1957), Ҡариҙел районының кәрәҫтиән-фермер хужалығы агрономы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Горбунов Фёдор Михайлович (1928—6.03.2003), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1960—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Балаҡатай районының К. Е. Ворошилов исемендәге колхозы рәйесе. Ленин (1957), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1973) ордендары кавалеры. Сығышы менән шул уҡ райондың хәҙерге Ләүәле ауылынан.
- Хәмитов Хөснөтдин Хәйбулла улы (1933—2.01.2018), педагог, 1972—1998 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһы (колледжы) директоры, 1998—2008 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының декан урынбаҫары. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1978). СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1985), РСФСР-ҙың һәм БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сибай ҡалаһының почётлы гражданы.
- Захаркин Игорь Владимирович (1958), Рәсәй физик культура дәүләт университетының хоккей теорияһы һәм методикаһы кафедраһы профессоры һәм Рәсәй хоккей тренеры. 2009—2011 йылдарҙа «Салауат Юлаев» командаһының өлкән, 2015—2017 йылдарҙа баш тренеры. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры.
- Сөләймәнов Йәлил Әхмәт улы (1968), рәссәм. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2011) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Төхвәтуллин Фәтих Насир улы (1894—10.07.1938), Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. 1919—1920 йылдарҙа Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының эске эштәр һәм милләттәр буйынса халыҡ комиссары. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Макарова Людмила Васильевна (1924), ғалим-педиатр-инфекционист. 1950—1996 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1974—1986 йылдарҙа кафедра мөдире. Медицина фәндәре докторы (1978), профессор (1979). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1968). Сығышы менән хәҙерге Төмән өлкәһенең Ишем ҡалаһынан.
- Халиҡова Рәйсә Хәлил ҡыҙы (1934—14.09.2005), телсе-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1992), профессор (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987). Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2003).
- Волкова Екатерина Станиславовна (1964), ғалим-патофизиолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2009 йылдан Башҡортостан физик культура институтының кафедра мөдире. Биология фәндәре докторы (2004), профессор (2005). Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһенең үҙәге Һамар ҡалаһынан.
- Ҡашаев Венер Миңлевәзир улы (1974), спортсы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1996). СССР (1991), БДБ (1992) һәм Рәсәй (1993—97) йыйылма командалары ағзаһы.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1855: Алексей Поливанов, Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре, рус-төрөк һуғышында ҡатнашыусы. «Военный сборник» журналы һәм «Русский инвалид» гәзитенең баш мөхәррире.
- 1865: Алексей Корин, Рәсәй империяһы һәм СССР рәссамы.
- 1890: Соломон Михоэлс, актёр, режиссёр, йәмәғәт эшмәкәре, Еврей дәүләт театры етәксеһе. СССР-ҙың халыҡ артисы (1939).
- 1895: Владимир Левков, СССР инженеры, һыу караптары конструкторы.
- 1927: Владимир Комаров, СССР-ҙың лётчик-космонавы.
- 1935: Сергей Юрский, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1987).
- 1940: Вагиф Мустафа-заде, СССР музыканты, композитор, XX быуаттың мәшһүр джаз пианистарының береһе. Әзербайжан ССР-ының атҡаҙанған артисы (1979).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]