Ишҡол

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Ишҡол
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әбйәлил районы

Координаталар

53°09′54″ с. ш. 58°32′57″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 201 831 001

ОКТМО коды

80 601 431 101

ГКГН номеры

0524453

Ишҡол (Рәсәй)
Ишҡол
Ишҡол
Ишҡол (Башҡортостан Республикаһы)
Ишҡол

Ишҡол (рус. Ишкулово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1257 кеше[1]. Почта индексы — 453626, ОКАТО коды — 80201831001.


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 1257 620 637 49,3 50,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (99 %)[2].

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 22 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 70 км.

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 27-се партсъезд исемендәге урам (рус.  27 Партсъезда (улица)}})
  • Әхмәт Лотфуллин урамы (рус.  Ахмата Лутфуллина (улица)}})
  • Гагарин урамы (рус.  Гагарина (улица)}})
  • Калинин урамы (рус.  Калинина (улица)}})
  • Ҡаран( урамы (рус.  Каран (улица)}})
  • Мантай урамы (рус.  Мантай (улица)}})
  • Матросов урамы (рус.  Матросова (улица)}})
  • Миңлеғәле Шайморатов урамы (рус.  Минигали Шаймуратова (улица)}})
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодежная (улица)}})
  • Муса Мортазин урамы (рус.  Мусы Муртазина (улица)}})
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)}})
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)}})[3]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ишҡол — Түңгәүер ҡәбиләһенең Урман-Түңгәүер ауылы. Был яҡтарҙа тәүгеләрҙән булып Аҡбүре исемле бабай килеп ултырған. Сығышы менән уны төрөк булған тиҙәр. Аҡбүренең Ишҡол, Исҡужа, Әхмәт, Ҡырҙас, Мәһәҙей, Исмаҡай исемле улдары булған. Шулар ишәйткән дә инде урман-түңгәүерҙәрен. Уландары буй еткәс, атаһы уларҙы төпләнеп йәшәрлек ер һайлау өсөн төрлөһөн-төрлө яҡҡа сығарып ебәргән. Ишҡолдоң мул һыулы Ҡыҙыл йылғаһын, бай матур тәбиғәтле, саф һауалы, йәшәү өсөн уңайлы булған был ерҙе ташлап киткеһе килмәгән. Шуға ла ул йылға аша сығып, хәҙерге ауыл урынына нигеҙ һалған. Уның исеме ауылға ҡушылған. Туғандарынан Әхмәт, Һаҡмар башын үҙ иткән, шуға ла ауылдың исеме Һаҡмар башы. Ҡырҙастың төпләнгән урыны ла Әхмәттән йыраҡ түгел. Исҡужа йәмле Ирәндек буйҙарын һайлаған. Улар Әбйәлил районында, Мәһәҙей хәҙерге Бөрйән районы урмандар араһын үҙ иткән, ә Исмаҡай Белорет районындағы Үҙән йылғаһы буйына барып ултырған[4].


Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Лотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улы (1928—2007, Ишҡол ауылы) СССР һәм БАССР-ҙың халыҡ рәссамы, Рәсәй Федерацияһының сәнғәт Академияһының член-корреспонденты, Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты, Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия лауреаты (2004)
  • Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоева — Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә консультант, Сибай ҡалаһы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе, «Ағиҙел» журналы мөхәрирриәтендә яуаплы сәркәтип. «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта (рус.)
  3. Улицы
  4. 2002 йылда Әбйәлил районында йәшәүсе Вәлиева Таңсулпан Таңғатар ҡыҙы