Эстәлеккә күсергә

Аһылай (Әбйәлил районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Аслаево
башҡ. Аһылай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әбйәлил

Ауыл биләмәһе

Байым ауыл Советы

Координаталар

53°51′11″ с. ш. 58°48′47″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1730 йылдан билдәле

Халҡы

397[1] кеше (2010)

Этнохороним

аслайҙар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 34772

Почта индексы

453611

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 201 813 002

ОКТМО коды

80 601 413 106

Рәсми булмаған атамалары

Өскүл, Назаркин

Аслаево (Рәсәй)
Аслаево
Аслаево
Аһылай (Әбйәлил районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Аслаево

АһылайБашҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Байым ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 397 кеше[2]. Почта индексы — 453611, ОКАТО коды — 80201813002.

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 85 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Байым):18 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ташбулат): 20 км

Аһылай ауылы Кесе Ҡыҙыл йылғаһы ҡушылдығы Биҙгенде йылғаһы буйында, район үҙәге Асҡар ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 85 километр һәм тимер юл станцияһы Ташбулаттан төньяҡҡа табан 20 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Аһылай ауылына Нуғай даруғаһы Күбәләк улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауыл 1730 йылдан билдәле була.

Балапандың 1752 йылда тыуған улы Аслай кантондан Ырымбур сик буйы һыҙығына һәм кире кантонға хәрби команданы ҡабул итеү һәм сығарыу буйынса дистанция начальнигы булып хеҙмәт иткән. Ауыл халҡы йәйләүгә барыуын дауам иткән. Йәйләү урындары Ҡартыҡан, Ярымбай, Ҡабайтам, Ҡумыш таш йылғалары буйлап урынлашҡан. Эре мөгөҙлө мал үрсетеү халыҡтың төп шөғөлө тип иҫәпләнһә лә, уның хәле ауыр булған. 169 кеше йәшәгән 27 йортта 57 ат, 46 һыйыр һәм 7 һарыҡ була. Әммә игенселекте ауыл халҡы үҙләштереп етмәгән әле. XIX быуаттың 40-сы йылдар башында бөтә ауылға 42 бот ужым һәм 288 бот яҙғы иген сәселгән. Шуға ҡарамаҫтан, Биҙгенде йылғаһы янында өс тирмән эшләгән[4].

V рәүиз мәғлүмәттәре буйынса Аслай ауылындағы 13 йортта 96 кеше йәшәгән. 1859 йылда 30 хужалыҡта 158 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Ауылда 1920 йылда 56 йортта 265 кеше йәшәгән[5][6].

Халыҡ иҫәбе
2002[7]2009[7]2010[1]
402429397
Милли составы

2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (100 %)[7].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 182
1900 йыл 182
1920 йыл 26 август 265
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 214
1959 йыл 15 ғинуар 311
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 353
2002 йыл 9 октябрь 402
2010 йыл 14 октябрь 397 214 183 53,9 46,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Аһылай ауылында төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар[8].

  • Дуҫлыҡ урамы (рус.  Дружбы (улица)
  • Кинйә Арыҫланов урамы (рус.  Кинзи Арсланова (улица)
  • Комсомол урамы (рус.  Комсомольская (улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)
  • Муса Мортазин урамы (рус.  Мусы Муртазина (улица)
  • Яр буйы урамы (рус.  Набережная (улица)
  • Яңы урамы (рус.  Новая (улица)
  • Еңеү урамы (рус.  Победы (улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)
  • Суҡтал урамы (рус.  Суктал (улица)
  • Үҙәк урамы (рус.  Центральная (улица)
  • Ямангир урамы (рус.  Ямангира (улица)[10]

Ауыл ваҡытлы матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Аһылай (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 42. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. НА УНЦ РАН. Ф. 3. Оп. 12. Л. 51-а. Крестьянская война на территории Башкирии. С. 99, 138, 139, 143, 177; Гвоздикова И. М. Салават Юлаев. Уфа, 1982. С. 31, 149. РГАДА. Ф. 248. Оп. 3. Кн. 143. Л. 8.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 42. — ISBN 978-5-295-04683-4. 42 б.
  7. 7,0 7,1 7,2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  8. Аһылай (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. Оставаясь верным музыкальным традициям народа (К 55-летию композитора Айрата Гайсина). , 2017, 9 апрель (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 апрель 2017)
  10. Улицы
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан. — Справочник. Уфа: ГУП РБ "Издательство "Белая Река", 2007. — 416 с. :илл. ISBN 978-587691-038-7