Таштимер
Таштимер | |
Таштимер | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Таштимер ауыл Советы (Әбйәлил районы) |
Халыҡ һаны |
511 кеше (1968)[1], 381 кеше (2002)[2], 390 кеше (2009)[2], 382 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 453601 |
Таштимер Викимилектә |
Таштимер (рус. Таштимерово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 382 кеше булған[4]. Почта индексы — 453601, ОКАТО коды — 80201837009.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[5] | 2009[5] | 2010[6] |
381 | ↗390 | ↘382 |
- Милли составы
2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (97 %)[5].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡИцЕй | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1866 йыл | 234 | ||||
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1900 йыл | 347 | ||||
1920 йыл 26 август | 470 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 426 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | 479 | ||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 354 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 381 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 382 | 177 | 205 | 46,3 | 53,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 23 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Михайловка): 3 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 32 км
Урамдары[7]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Коммунистик урам
- Зәйнәп Биишева урамы
- Мостай Кәрим урамы
- Йәштәр урамы
- Тыныслыҡ урамы
- Ленин урамы
- 1 Май урамы
- Йылға аръяғы урамы
- Яр урамы
- Көнсығыш урам
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуат башында Ҡотлогилде ауылы була, ул бөгөнгө көндә Таштимер тип атала. Был ауыл йорт старшинаһы Таштимер Ҡотлогилдиндың һәм уның атаһының исеме менән бәйле. Бында Мырҙабай һәм Яманһар Ҡотлогилдин йәшәгән. Беренсе күскенсе Мөхәмәтхәниф менән Мөхәмәтсадиҡ Таштимеровтың ейәндәре билдәле.
1816 йылда ауылда ни бары 14 хужалыҡ була. Өс ғаилә Тупаҡҡа, Балапанға, Күскәр ауылына күсә, был ауыл халҡының генетик бәйләнештәре тураһында һөйләй. X ревизия 232 кеше һәм 31 йорт тураһында белешмә бирә. 1920 йылда 95 йортта 470 кеше йәшәгән.
Бында йәшәүселәрҙең береһе Байсал Урыҫбаев илде азат итеүҙә һәм Наполеонды Европа илдәренән ҡыуыуҙа ҡатнаша. Ҡаһарманлығы өсөн «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылдағы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» миҙалдары менән бүләкләнә.
24 хужалыҡ 20 ылау менән өс урынға йәйләүгә күсеп йөрөгән. Улар Ҡыҙыл, Маяғашлы, Ҡырғыҙ йылғалары буйлап урынлашҡан. Уларҙың 200 ат, 150 һыйыр, 80 һарыҡ, 30 кәзә көткән. Бер ауылға 20 сутый һөрөнтө ер булған.
1842 йылда 162 кешегә 825 бот яҙғы бойҙай сәселә. Яманһары Ҡотлогилдин йылына 155, Нәҙерғол Ғәйеткилдин 130-шар бот иген сәскән[8].
Тағы ла уҡығыҙ[9]
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алсынбаев Маҙһар Ситдыҡ улы (1.11.1937—17.09.2010) — спортсы, тренер. Саңғыла уҙышыу һәм биатлон (1963), велосипед спорты (1964) буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, биатлон буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1996). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1990), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2001)[10].
- Хызыров Вәхит Ғәлибай улы (16.11.1965), йырсы (лирик тенор). 1991 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының хор артисы, 1994 йылдан — хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының солист-вокалисы, шул иҫәптән 2003—2004 йылдарҙа художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1991 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы, 1998—2013 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2001) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1999).
- Зарипов Рәил Моталлап улы (1 ғинуар 1946 йыл) — ғалим-математик. 1979 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2005).
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Айыҡ ауыл 2020 Абзелиловский район деревня Таштимерово
- 12 февраля 2021г в дер. Таштимерово Абзелиловского района, в республиканского конкурса…12 февраля 2021г в дер. Таштимерово Абзелиловского района, в республиканского конкурса…
- Айыҡ ауыл 2020таштимерово трезвое село 2020
Рәсемдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Таштимерҙә кеҫә телефондарының элемтә манаралары
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года (урыҫ) — Уфа: 1969. — 429 с. — 5000 экз.
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Улицы деревни Таштимерово
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 37. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Таштимер ауылы
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Алсынбаев Маҙһар Ситдыҡ улы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 октябрь 2017)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Таштимер Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Инфраструктураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, табип амбулаторияһы, клуб, китапхана, мәсет.