Хәлил (Әбйәлил районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Хәлил
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әбйәлил районы

Координаталар

53°02′55″ с. ш. 58°33′54″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды34772
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 201 840 001

ОКТМО коды

80 601 440 101

ГКГН номеры

0524317

Хәлил (Рәсәй)
Хәлил
Хәлил
Хәлил (Әбйәлил районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Хәлил

Хәлил (рус. Халилово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1117 кеше[1]. Почта индексы — 453631, ОКАТО коды — 80201840001.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 36 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Әлмөхәмәт): 15 км.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • XIII—XIV быуаттарҙа Ағиҙел һәм Ыҡ йылғалары араһына төрки сығышлы ҡыпсаҡтар урынлаша. Еҙем йылғаһы буйында гәрәй-ҡыпсаҡтарҙың ҙур төркөмө (һуңынан улар тауҙарға ҡыҫырыҡланған) урынлашҡан була. Уларҙан тау үҙәндәрен биләгән ҡарағай ырыуы айырылған. Ағиҙелдең көньяҡ бөгөлөнән алып Һаҡмарҙың түбәнге ағымына тиклем биләмәлә ҡалған ҡара-, сәнкем, һун һәм бошман-ҡыпсаҡ ырыуҙары төпләнә. Артабанғы ике быуатта улар Нөгөш буйлап төньяҡҡа һәм көнсығышҡа табан Оло Ыҡтың һул ҡушылдыҡтарының урманлы райондарына табан баралар. Бөрйән һәм түңгәүерҙәр менән бер үк ваҡытта ҡарағай-ҡыпсаҡтар Урал аръяғына юллана.

Был улусҡа 7 ауыл ҡараған. Дарыулы йылғаһы буйында Хәлил ауылы боронғо ерле ҡарағай-ҡыпсаҡ ауылдарының береһе булған. Ауылға нигеҙ һалыусы һәм уның балаларының килеп сығышы шарттары беҙгә билдәле түгел. XVIII быуат аҙағында был ауыл мәхәлләләнең башҡа ауылдары менән сағыштырғанда ҙур тораҡ пункты тип һаналған. V ревизия мәғлүмәттәре буйынса, уның халҡы башҡорттарҙан һәм татарҙарҙан торған. 40 йортта 194 башҡорт, 20 йортта 120 татар була. 1859 йылда 72 хужалыҡта 522 аҫаба йәшәй. 1920 йылда 204 йортта 1091 кеше йәшәгән. Һуңғы X ревизияла һәм совет халыҡ иҫәбен алыуҙа татарҙарҙы халыҡ араһында айырып ҡаралмаған. Күрәһең, уларҙы урындағы халыҡ ассимиляциялағандыр, сөнки татарҙарға аҫаба ерҙәргә эйә булыу хоҡуғы бирелгән һәм халыҡтың аҙсылығын тәшкил иткән.

XVIII быуат аҙағында ауылда 6 утар була (Тимгән, Килмәкәй, Баталтимер һ.б.).

Бөтә халыҡ малсылыҡ менән шөғөлләнгән. 1842 йылда 62 ихатаның 62-һе лә ылау менән йәйләүгә сыҡҡан. Уларҙың 300 аты, 150 һыйыры, 200 һарығы һәм 80 кәзәһе булған. Умартасылыҡ, балыҡ тотоу, һунар итеү, документта әйтелгәнсә, халыҡтың шөғөлөн тулыландыра. Уларҙың бер өлөшө игенселек менән шөғөлләнгән: бөтәһенә 16 бот ужым һәм 416 бот яҙғы иген сәселгән. Мөхәмәткәрим Хәсәнов йылына 125 бот сәскән.

Хәлилдәр бөтә ил яҙмышын уртаҡлашҡан. Ниғмәтулла Ташбулатов 1805—1807 йылдарҙа Рәсәйҙең союздаштары менән Францияға ҡаршы кампанияһында ҡатнаша. Алтынсура Этбаҡмасов, Толомбай Юлъяҡшин, Илбай Биксурин, Ибраһим Исламғолов 14-се башҡорт полкы составында Парижға барып еткән, көмөш миҙалдар менән бүләкләнгән[2].

  • Хәлил ҡәберлеге

Борон-борон заманда ер-һыу өсөн ырыуҙар араһында йыш ҡына ыҙғыш сыҡҡан, күп осраҡта улар ҡан-ҡойош менән тамамлана. Бындай хәл бөрйәндәр менән ҡыпсаҡтар араһында йыш ҡабатланған. Билдәле, ундай ыҙғыштар халыҡҡа яфа ғына булған. Кешеләр ни ҡылырға белмәйенсә, аптырап бөткән. Шул саҡ Хәлил исемле ҡарт ошо үҙ-ара ҡан ҡойошто туҡтатыу сараһын тапҡан. Ул, Бөрйән менән Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуҙарының араһына килеп ултырып, үҙ исеме бирелгән ауылды нигеҙләгән. Һүҙе үтемле һәм абруйлы булған был оло кешене ике яҡ та борсорға ҡыймаған. Шулай итеп, ике ырыу араһында һиллек урынлашҡан. Хәлил ҡарт үҙе вафат булғас та шул тыныслыҡ булһын өсөн васыятын әйткән. Шуның буйынса уны зыяратҡа ҡуймайҙар, ә ике ырыу ерҙәренең сигенә күмәләр. Һәм Хәлил ҡарт мәрхүмдең ҡәбере сикте тотоп ята. Уның тыныслығын, васыятын боҙоусылар табылмай.

Борондан ҡәҙерләп һаҡланған был ҡәберлек әле лә бар. Ул Хәлил менән Күсей араһындағы Һунар тауының төньяҡ битләүендә, ошо ырыуҙарының элекке сиге һыҙатында урынлашҡан[3].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
2002[4]2009[4]2010[5]
107012021117

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 1117 568 549 50,9 49,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ғиниәт Ушанов урамы (рус.  Гинията Ушанова (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Сыбаркүл урамы (рус.  Чебаркуль (улица)
  • Тирмән урамы (рус.  Мельничная (улица)
  • Совет урамы (рус.  Советская (улица)
  • Ғәйфулла Сарбаев урамы (рус.  Гайфуллы Сарбаева (улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)
  • Шәриф Биҡҡол урамы (рус.  Шакира Биккулова (улица)
  • Паризан урамы (рус.  Партизанская (улица)
  • Дарыулы урамы (рус.  Дарыулы (улица)
  • Ленин урамы (рус.  Ленина (улица)
  • Шаҙығай урамы (рус.  Шадыгай (улица)
  • Ғәбдрәүеф Дәүләтов урамы (рус.  Габдрауфа Давлетова (улица)
  • Яңы урам (рус.  Новая (улица)
  • Тау урамы (рус.  Горная (улица)[6]

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тирә-яҡ мөхите[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
  • Ғиниәтов В. Әбйәлил юлдары буйлап. — Асҡар.:Искра,2007.
  • Гончарова З. И. Твоя родословная. — Өфө.:Китап, 2001.
  • Камалов А., Камалова Ф. Башҡорт теленең тарихы — этимологик топонимик һүҙлеге. — Өфө.:Китап, 2007.
  • Ҡотлоғәлләмов М. Золотая россыпь. — Уфа.:Гилем, 2002.
  • Ниғмәтуллин Х. — Тамйан иле — гүзәл Башҡортостан — Асҡар.: Искра, 2001/
  • Тимерйәр Ә. — Ишбулды ауылының шәжәрәһе. — Өфө.:Башҡорт милле үҙәге, 2004.
  • Тимерйәр Ә. — Ҡарағай-ҡыпсаҡтар. — Өфө.:Башҡорт лингвистика үҙәге, 2004
  • Тимерйәр Ә. — Әбйәлил районының тарихы. Беренсе китап. — Өфө.:Гилем, 2000/
  • Ураҡсин З. Г., Камалов А. А., Халикова Р. Х., Химаметдинова Ф. Г. Вопросы топонимики Башкирии.- Өфө.: Уфимский полиграфкомбинат Госкомиздата БАССР, 1981.
  • Ярмуллин К. Ахыр заман- аяҡ аҫтында. — Өфө.:Китап, 2004.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]