Әхмәт (Әбйәлил районы)
Ауыл | |
Әхмәт Әхмәт | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Әхмәт — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Ҡырҙас ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 145 кеше[1]. Почта индексы — 453615, ОКАТО коды — 80201825002.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[2] | 2009[2] | 2010[3] |
151 | ↗166 | ↘145 |
- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (100 %)[4].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 145 | 73 | 72 | 50,3 | 49,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 34 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡырҙас): 6 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 100(+/-5) км
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәт Зәки Вәлиди урамы (рус. Ахмет Заки Валиди (улица))
- Партизан урамы (рус. Партизанская (улица))
- Һаҡмар урамы (рус. Сакмарская (улица))[5].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхмәт ауылы XIX быуат башынан билдәле. Беренсе күскенсе, йорт йөҙ башы Әхмәт Өмөтбаевҡа 1834 йылда 75 йәш була, улдары Хөсәйен, Ғәле, Этҡол һәм Ғайса. Ауылдың тағы бер атамаһы — Һаҡмарбаш — уның Һаҡмарҙың үрге ағымында урынлашыуын күрһәтә.
VIII ревизияла ауылда 54 йортта 309 кеше йәшәгән. Һуңынан халыҡ һәм ихаталар һаны кәмей. 1859 йылда унда 50 хужалыҡ була, унда 293 кеше йәшәй. Бер йыл элек бында Ишҡол ауылынан 5 ғаилә күсеп килгән. Был халыҡтың генетик бәйләнештәрен күрһәтә. 1920 йылда 46 ихатала 183 кеше йәшәгән.
1805—1807 йылдарҙа Польша һәм Пруссия биләмәләрендә Рәсәй союздаштары менән Францияға ҡаршы походта Баҙырғол Ейәнсурин башҡорт полктары составында ҡатнаша. Ике көмөш миҙал кавалеры Байғул Ҡәҙербәков Рәсәйҙе генә түгел, Европа илдәрен Наполеон ғәскәрҙәренән азат итеүҙә ҡатнаша. 1828—1829 йылдарҙа Мөхәмәткәрим Мулдашев һәм Ишембай Хөсәйенов рус-төрөк һуғышы йылдарында империяның көнбайыш сиктәрен һаҡлай[6].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йәғәфәрова Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы (3.09.1948) — башҡорт яҙыусыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы (1992) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
- Ноғманов Иҙрис Мөҙәрис улы (1.09.1952) — башҡорт яҙыусыһы. Әбйәлил районының И.Мырҙаҡаев-Балапанов исемендәге премияһы лауреаты.
Ауыл лаҡаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Урыҫса белгәненә тап бул — …Ауылдан бер ағай… урманда һуҡыр сысҡанға ҡапҡан һалып йөрөй икән. Ҡапҡан ҡороп ултырһа, артында берәү тамаҡ ҡырып ебәрә. Әйләнеп ҡараһа, ҙу-ур һоро айыу артҡы аяҡтарына баҫып тора, имеш. Был кеше айыуға табан әйләнеп ултырған да: «Әй, һин, тайыш табан, дауай миңә ни мишай. Күрмәйһеңме — мин занятий, әйҙә, йөрөгән урманыңда гуляй, пашол бынан», — тип әйткән, ти. Айыу артына ҡолап киткән дә, урманға инеп ҡасҡан. Был кеше ҡайтып, булған хәлде ауылдаштарына һөйләгән. Ул һөйләгәнен бот сабып, тел шартлатып тыңлайҙар. «Ярай әле урыҫса белгән айыуға тап булғанһың, белмәгәненә эләкһәң», — тип, шатлығын уртаҡлашҡандар. Хәҙер урманға барған кешегә: «Урыҫса белгәненә тап бул», — тип әйтәләр беҙҙә[7].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Улицы
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 34. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ «Башҡортостан» гәзите. 15 март 2012 йыл.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан. — Справочник. Уфа: ГУП РБ "Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. :илл. ISBN 978-5-87691-038-7
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |