Эстәлеккә күсергә

Күсем (Әбйәлил районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Күсем
Күсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ташбулат ауыл Советы
Халыҡ һаны 353 кеше (1968)[1],
309 кеше (2002)[2],
361 кеше (2009)[2],
419 кеше (2010)[3]
Почта индексы 453613
Карта

Күсем (рус. Кусимово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 419 кеше[4]. Почта индексы — 453613, ОКАТО коды — 80201834003.


Халыҡ иҫәбе
2002[5]2009[5]2010[6]
309361419
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 97 % тәшкил итә[7].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 419 200 219 47,7 52,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 44 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ташбулат): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ташбулат): 15 км


  • Бикембәт урамы (рус. Бекембет (улица))
  • Ғүмәр Ғилманов урамы (рус. Гумера Гильманова (улица))
  • Зәйнәп Биишева урамы (рус. Зайнаб Биишевой (улица))
  • Таң урамы (рус. Заря (улица))
  • Ҡурған урамы (рус. Курган (улица))
  • Урман урамы (рус. Лесная (улица))
  • Миниғәле Шайморатов урамы (рус. Минигали Шаймуратова (улица))
  • Тыныслыҡ урам (рус. Мира (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Муса Гәрәев урамы (рус. Мусы Гареева (улица))
  • Рәүеф Дәүләтов урамы (рус. Рауфа Давлетова (улица))
  • Дала урамы (рус. Степная (улица))
  • Таһир Кусимов урамы (рус. Тагира Кусимова (улица))
  • Үҙәк (урамы рус. Центральная (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))[8]

Күсем — Советтар Союзы Геройы генерал-майоры Т. Т. Күсимовтың, тәүге төпләнеүсенең алыҫ тоҡомо нигеҙ һалған ауыл.

Ауылға нигеҙ һалыусының фамилияһы билдәһеҙ. Уның улдары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүләләре күп булған. Уның улдары Хәбибулла (1768—1840), Ғөбәйҙулла, Нурмөхәмәт, Динмөхәмәт Күсимовтар кантон идаралығы чиновниктары булып хеҙмәт итә.

Тәүге ревизия ваҡытында 24 йортта 123 кеше йәшәгән. 1859 йылда 45 йорттан 348 кеше теркәлгән. Тәүге совет иҫәбен алыу 108 йортта 516 кешене күрһәткән.

Башҡорт атлылары Байгилде Аҙанғолов, Иҡсан Иҙрисов, Абдулғәфәр Ирназаров, Яныбай Илсебаев, Әбделҡасим Сәлихов илде һәм Европаны Наполеон иҙеүенән азат итеүҙә ҡатнашҡан.

Ауыл халҡы башлыса ярым күсмә малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Июль-август айҙарында Сәңгелдәк, Янай, Әүмеш йылғалары үҙәндәре буйлап күсеп йөрөйҙәр. 264 кешенең 35 йортонда 325 ат, 250 һыйыр, 220 һарыҡ, 9 кәзә тотолған. XIX быуаттың 40-сы йылдарында ужым игене тураһында белмәйҙәр ине. Яҙғы культуралар ғына сәселгән, йылына 926-шар бот[9]

Тағы уҡығыҙ[10]

  1. Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года (урыҫ)Уфа: 1969. — 429 с. — 5000 экз.
  2. 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  3. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
  4. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  5. 5,0 5,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  6. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  7. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  8. Улицы
  9. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с., страница 40-41 2022 йыл 19 март архивланған.
  10. Камалов А. А. Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001.— 471—475-се биттәр.