Биҡҡол (Әбйәлил районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Биҡҡол
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әбйәлил районы

Координаталар

53°39′26″ с. ш. 58°41′46″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 201 834 002

ОКТМО коды

80 601 434 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Биҡҡол (Рәсәй)
Биҡҡол
Биҡҡол
Биҡҡол (Әбйәлил районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Биҡҡол

Биҡҡол — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Ташбулат ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 292 кеше[1]. Почта индексы — 453612, ОКАТО коды — 80201834002.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 292 130 162 44,5 55,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 55 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ташбулат): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ташбулат): 7 км


Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Үҙәк урамы  (рус. Центральная (улица))[2]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XVIII быуат аҙағында Бикҡол ауылы Теләштән 2 тапҡырға ҙурыраҡ була. 22 йортта 126 кеше йәшәгән. X ревизияла унда 200 кеше һәм 33 ярд кеше билдәләнгән. 1920 йылда 49 йорт хужалығында 224 кеше була.

Ауыл Тамъян улусы старшинаһы Бикҡол Бараҡовтың исемен йөрөтә. Уның исеме 1783 йылда Күбәләк улусы аҫабалары менән ер бәхәсе тураһындағы бер эштә телгә алына. Улдары Рахманғол (1790) һәм Абдулвахит йөҙ башы булып хеҙмәт иткәндәр. 14-се Башҡорт полкы составында Рахманғол Бикҡолов 1814 йылдың 19 мартында Парижды алыуҙа ҡатнаша; уның хәрби ҡаҙаныштары миҙалдар менән билдәләнә.

Ауыл халҡы — ярым күсмә халыҡ. Йәйләүгә 28 йорттоң 25-енән 174 кеше Йүкәле, Тумға йылғалары үҙәндәренә сыҡҡан. Уларҙың 225 аты, 110 һыйыры, 100 һарығы, 30 кәзәһе була. Ауыл халҡы өсөн игенселек яңы тармаҡ була, һәм ул ауырлыҡ менән үҙләштерелә. Һөрөнтө ерҙең 36 десятинәһен генә эшкәрткәндәр. 1843 йылда 768 бот яҙғы иген сәселә. Мулллазаман Тушмаҡаев һәм уның атаһы Тушмаҡай Әүәлиев 160 бот сәскән. Шул уҡ ваҡытта Кесе Ҡыҙыл йылғаһы янында тирмән эшләгән[3]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан. — Справочник. Уфа: ГУП РБ "Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. :илл. ISBN 978-5-87691-038-7

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]