Ҡужан
Ауыл | |
Ҡужан Ҡужан | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ҡужан (рус. Кужаново) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 256 кеше[1]. Почта индексы — 453601, ОКАТО коды — 80201837006.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[2] | 2009[2] | 2010[3] |
297 | ↘287 | ↘256 |
- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 99 % тәшкил итә[4].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1900 йыл | 280 | ||||
1920 йыл 26 август | 261 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 269 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 247 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 298 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 297 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 256 | 116 | 140 | 45,3 | 54,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы Хоҙайбирҙе (Башай) бөгөнгө көндә Ҡужан тип атала. 1847 йылда Дәүләт ауылынан 12 ғаилә күсеп килгән. Ауылдың һуңғы исеме Ҡужан Хоҙайбирҙе улы Мәүлиғолов (1802—1845) исеменән. Бер документта уны Ҡужабирҙе тип атайҙар. Өлкән улы Мөхәммәтшәриф (уның улы Фәхретдин). Уның башҡа улдарын да һанап китәйек: Мөхәмәтсәлих, Мөхәмәтҡаҙы, Мөхәмәтйән, Мөхәмәтсафа, Мөхәмәтша, Аҫылбай, Аҙнабай. Балалары менән бында Хоҙайбиргән Муллағолов, Арыҫланғәле Килдеғужин күсеп килгән. Нигеҙ һалынғандан алып XX быуаттың 30-сы йылдарына тиклем ауыл Ҡужандың атаһы Хоҙайбирҙе исемен йөрөтә.
Күсәр ауылынан бында 5 ғаилә күсеп килгән. Улар араһында Тимер Бишаковтың ғаиләһе (уның балалары Сәйетғафар, Сәйетборхан, Абдулнафиҡ, Абдулсаттар, Фәйзулла) бар. Ҡусҡарҙан 5 ғаилә (Ғәйнулла, Фазулла Әбделвәхитовтар, Ишмырҙа, Баймырҙа, Байғол Хужағоловтар, Ташбулат Йәнбәков, Фәттәхетдин Йомағолов) күсеп килгән.
1847 йылда ауыл 22 хужалыҡтан тора, унда 130 кеше йәшәй. X ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 35 ихатала 180 кеше йәшәгән. 1920 йылда ауылда 261 кеше һәм 49 йорт хужалығы була.
Яңы Хоҙайбирҙе — Ҡужан да, Башай тип тә аталған. Эш шунда: XVIII быуатта тап шул исем аҫтында ауыл булған. Башай ауылы 1795 йылда 37 ихатанан тора, унда 294 кеше йәшәй. Һуңғараҡ ул ревизия яҙмаларында телгә алынмай, әммә уның ҡарауы Башай башҡа ауылдарҙың икенсе исеме булып китә. Уларға, мәҫәлән, Һәйетҡол (Башай) инә.
1 июндән 15 авгусҡа тиклем халыҡ Абыҙҡасҡан, Маяғашлы, Ҡутырлы йылғалары үҙәндәрендә йәйләп йөрөгән[6].
Күренекле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һиҙиәтов Ишмырҙа Хәйернур улы (1933—2003) — ғалим- табип, хирург-онколог, Башҡортостанда ауыр сирлеләр өсөн асылған тәүге хоспис директоры (2000—2003,Әбйәлил районы, Салауат ауылы).
- Зариф Тәфтизан улы Абдуллин (1972 йыл) — «Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы»
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 13 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Михайловка): 10 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 42 км
Рәсемдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Ҡужан Моғаҡ аша кисеү
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәғлүмәт өсөн — 100 мең һум
- Уникаль Ҡужан ҡарағастары — Башҡортостаныбыҙҙың байлығы[7]
- Барыһы ла — үҙ эшенең оҫтаһы
- Тыуған яҡҡа йән тарта
Аудио
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Үткәндәр һағында» 2022 йыл 28 июнь архивланған.
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кужаново с высоты 0.5 км. Кужановские лиственницы
- Кужановские лиственницы
- Что осталось от уникальных Кужановских лиственниц спустя почти год после попытки их спилить
Тәбиғәт ҡомартҡылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Улицы
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с., страница 40 2022 йыл 19 март архивланған.
- ↑ https://kurultai.ru/ba/content/1556-unikalnye-kuzhanovskie-listvenniczy--bogatstvo-bashkortostana/
- ↑ https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡужан_ҡарағастары
- ↑ Кужановские лиственницы
- ↑ [1](недоступная ссылка)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Ҡужан Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |