Рысҡужа
Ауыл | |
Рысҡужа рус. Рыскужино | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Элекке исеме |
Субан |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар |
Конфессиональ составы |
мосолмандар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453625 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Рәсми сайт | |
Рысҡужа (рус. Рыскужино) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. Амангилде ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 453 кеше[2]. Почта индексы — 453625, ОКАТО коды — 80201807004.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 20 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Амангилде): 5 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 72 км
Рысҡужа ауылы Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйында, район үҙәге Асҡар ауылынан көнбайышҡа табан 20 километр һәм Магнитогорск (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 72 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рыҫҡужа (Субан) ауылына XVIII быуаттың икенсе яртыһында Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауыл 1740 йылдан билдәле була. Сотник Рысҡужа Ҡырмаев исеме менән аталған. 1778 йылда унда йәшәүсе Мырҙағол Йомағужин Өфө сауҙагәре Подьячевтан аҡса һәм тауар ала (МИБ. Т. 5. С. 78.). Атамаларҙы антропонимдар тип кенә әйтергә мөмкин. Беҙҙә аныҡлаусы мәғлүмәт юҡ.
1834 йылда ауылда 269 кеше йәшәгән, 1859 йылда — 380, 1920 йылда — 480 кеше. Халыҡтың береһе Исхаҡ Ихсанғолов 1814 йылдың мартында Парижды алыуҙа ҡатнаша.
Ауыл халҡы күсеп йөрөү өсөн ҡаҙмаштар йәшәгән урындарға (Ҡолаҡашҡа, Кәркәбәр, Ҡаҙмаш йылғалары) барған. Тимәк, Ҡаҙмаштан рыҫҡужалылар айырылған. 279 кешенең 300 аты, 226 һыйыры, 20 һарығы, 50 кәзәһе эйә була. Ауыл хужалығы өсөн 28 сутый ер үҙләштерелә. 1842 йылда 8 бот ужым һәм 328 бот яҙғы бойҙай сәселә. Алтынбай Хәлитов ҡына 120 бот сәскән[4]. 1866 йылда 45 йорт хужалығында 329 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. 1900 йылда мәсет булған[5].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[6] | 2009[6] | 2010[1] |
466 | ↗513 | ↘453 |
- Милли составы
2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, башҡорттар йәшәй (100 %)[7].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 413 | ||||
1920 йыл 26 август | 481 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 368 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 347 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 370 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 466 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 453 | 225 | 228 | 49,7 | 50,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Әлеге ваҡытта Рысҡужа ауылында башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар[8].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асҡаров Насирйән Шаһишәриф улы — «Почет билдәһе» ордены, Бер нисә тапҡыр «Социалистик ярыш еңеүсеһе», «5 йыллыҡ удпрнигы», «Коммунистик хеҙмәт ударнигы» билдәләре йөрөтөүсе, «Совет сауҙаһы отличнигы».
- Басиров Сәрүәр Харис улы — «Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн», «9-сы биш йыллыҡ ударнигы» знактары, «Октябрь Революцияһы» ордены (8 апрель 1971 йыл) кавалеры
- Мортазина Сания Яхъя ҡыҙы — «Почет ордены» кавалеры (13 май 1999 йыл)
- Басиров Рафаэль Абдрахман улы — «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» ордены (1966 йыл), «Октябрь Революцияһы» ордены (1987 йыл) кавалеры
- Ғиләжев Зәйнетдин Низаметдин улы — «За доблестный труд» миҙалы (1970 йыл), «Социалистик ярыш алдынғыһы» миҙалы (1973 йыл), «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» ордены (8 апрель 1971 йыл)
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Еңеүҙең 40 йыллығы урамы (рус. 40 лет Победы (улица)
- Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица)
- Йәштәр урамы (рус. Молодёжная (улица)
- Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева (улица)
- Төньяҡ урам (рус. Северная (улица)
- Сура батыр урамы (рус. Сура батыра (улица)
- Ырғайҙы урамы (рус. Ыргайды (улица)
- Көньяҡ урам (рус. Южная (улица)[9]
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зиләрә Юлтаева тыуған көнөн билдәләй Зиләрә Юлтаева тыуған көнөн билдәләй
- Кутлугаллямов М. Рядом с полководцем // Совет Башҡор тостаны. 6 октября 1985.
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Орнамент» Рыскужинские колодцы. Рысҡужа ҡотоҡтары. 2011 й.
- Рыҫҡужала «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы [1]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Рысҡужа // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Рысҡужа // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 6,0 6,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;справочник
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Рысҡужа // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Улицы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рысҡужа // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 11 июнь 2022)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 36. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан. — Справочник. Уфа: ГУП РБ "Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. :илл. ISBN 978-5-87691-038-7
- Сайт деревни Рыскужино
- Группа Тамъян ырыуы Вконтакте
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Рысҡужа Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |