Оло Ғәбдин (Әбйәлил районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Оло Ғәбдина
Оло Ғәбдин
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әбйәлил районы

Координаталар

53°44′31″ с. ш. 58°49′14″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 201 813 003

ОКТМО коды

80 601 413 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Оло Ғәбдина (Рәсәй)
Оло Ғәбдина
Оло Ғәбдина
Оло Ғәбдин (Әбйәлил районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Оло Ғәбдина

Оло Ғәбдин — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Байым ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 180 кеше[1]. Почта индексы — 453611, ОКАТО коды — 80201813003.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
2002[2]2009[2]2010[3]
195208180
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (100 %)[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1795 йыл 187
1866 йыл 266
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1900 йыл 202
1920 йыл 26 август 277
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 114
1959 йыл 15 ғинуар 105
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 178
2002 йыл 9 октябрь 195
2010 йыл 14 октябрь 180 96 84 53,3 46,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 74 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Байым): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ташбулат): 14 км


Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Таһир Кусимов урамы (рус. Тагира Кусимова (улица))
  • Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))[5]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

6-сы кантонға ҡараған 22-се йорттоноң өс күбәләк ауылы бөгөн Әбйәлил районына ҡарай. 1795 йылға Ғәбдин ауылы 200 кеше йәшәгән 29 ихатанан торған. X ревизияла 266 кеше һәм 57 йорт күрһәтелгән. 1920 йылда яҡынса шунса кеше һәм ихата булған. Парижды алған 14-се полк яугиры Сәйфөлмөлөк Алдаров күрһәткән батырлығы өсөн ике көмөш миҙал менән бүләкләнә.

Ғәбдиндың улы Әҙел һәм ейәндәре Дәүләтша менән Әбдрәфиҡ Әдилевтар билдәле, улар XVIII быуат аҙағында тыуған.

XIX быуаттың 40-сы йылдар башында 362 кеше йәшәгән 50 йортта 100 ат, 150 һыйыр, 50 һарыҡ, 15 кәзә була. Июнь—сентябрь айҙарында алты урында — Хәсәнсе, Абҙаҡ, Бикмән, Сатра, Калман, Бизгинды йылғалары, инештәре һәм исемһеҙ ҡоҙоҡ янында күсеп йөрөгәндәр. Ярым күсмә малсылыҡтың бөлгөнлөккә төшөүе халыҡты һабанға тотонорға мәжбүр иткән. 1843 йылда 160 бот ужым һәм 576 фунт яҙғы иген сәселә. 1843 йылда Баязит Әхмәткирәев йыл һайын 110-шар бот ужым һәм 576 бот яҙғы иген сәскән[6].

1900 йылда халыҡ һаны 202 кеше тәшкил итә, 1920 йылда — 277 кеше, 1939 йылда — 114 кеше, 1959 йылда — 105 кеше, 1989 йылда — 178 кеше, 2002 йылда — 195 кеше, 2010 йылда — 180 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002 йыл буйынса). Башланғыс мәктәп (Байым ауылы урта мәктәбе филиалы) эшләй.

XVIII быуат уртаһында Нуғай юлының күбәләк улусы башҡорттары тарафынан Әптим (тархан тархан Әптим/Ғәбдин Бәкәтәев хөрмәтенә аталған) үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалынған. Малсылыҡ, ауыл хужалығы менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан. — Справочник. Уфа: ГУП РБ "Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. :илл. ISBN 978-5-87691-038-7

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]