Булат (Әбйәлил районы)
Ауыл | |
Булат Булат | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Булат (рус. Булатово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. Әлмөхәмәт ауыл Советы составына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 155 кеше[1]. Почта индексы — 453605, ОКАТО коды — 80201804003.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 40 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Әлмөхәмәт ауыл Советы): 5 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Әлмөхәмәт): 8 км
Булат (Монаш) ауылы Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйында, район үҙәге Асҡар ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 40 километр һәм Әлмөхәмәт тимер юл станцияһынан 8 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Булат ауылына Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә 1802—1811 йылдарҙа нигеҙ һалған. Был ауыл бөрйәндәрҙең Ҡыҙыл йылғаһы буйындағы өсөнсө тораҡ пункты. Әммә, билдәле булыуынса, ауылды Монаш тип тә атағандар. Был — этноним, ырыу атамаһы менән йөрөтөлгән улус бүлексәһе. Мәҫәлән, Сыңғыҙ ауылы һәм башҡалар шулай аталған. Тәүге төпләнеүсе Булат Раҡаев (1743—1824). Уның балалары: Дәүләтбирҙе (улы Төхвәтулла), Сәйфулла, Мәхмүт, Сәйфелмөлөк, Иғәбирҙе, Хоҙайбирҙе һәм Үтәпҡол (улы Әхтәм).
Әбделвәли Әбдрәшев 1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда 14-се полк составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша, күрһәткән батырлығы өсөн көмөш миҙалдар менән бүләкләнә.
Булат ауылы халҡы бүтән тораҡ пункттарына ҡарағанда һәйбәт йәшәгән. 255 кеше йәшәгән 45 йортҡа 433 ат, 201 һыйыр, 556 һарыҡ һәм 150 кәзә тура килә. Һәр ғаиләгә 3 умарта булған. Бөтә халыҡ йәйләүгә йөрөгән. Бында ауыл хужалығы нығыраҡ үҫешкән: һәр ихатаға 24 бот самаһы яҙғы бойҙай сәселгән [3].
1866 йылда 58 хужалыҡта 383 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ тирмән теркәлгән[4].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[5] | 2009[5] | 2010[6] |
158 | ↗194 | ↘155 |
- Милли составы
2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (100 %)[7].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 411 | ||||
1920 йыл 26 август | 548 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 289 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 203 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 150 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 158 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 155 | 83 | 72 | 53,5 | 46,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Әлеге ваҡытта Булат ауылында башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар[8].
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәмлиева Гөлнур Хәйбулла ҡыҙы (1.7.1931, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Булат ауылы - ) — халыҡ йырсыһы, импровизатор. 1955 йылда Темәс башҡорт педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, 1981 йылға тиклем Әбйәлил районының төрлө мәктәптәрендә уҡыта. «Ҡомартҡы» фольклор төркөмөн ойоштороусы һәм уның етәксеһе (1989). 1989 йылда Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында үткән «Йомабай Иҫәнбаев көндәре» Республика халыҡ сәнғәте байрамында еңеүсе. 1991 йылда Республика сәсәндәр конкурсында Гран-при яулай һәм «Әйтеш» конкурсы лауреаты почётлы исеменә лайыҡ була[9].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Монаш урамы (рус. улица Монаш)
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
- Шоссе урамы (рус. Шоссейная улица)[10].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан. 4 февраль 2020, Ҡыҙыл һыуын һыулаған халыҡтың сәләмәт тормош алып барғаны[11]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Булат (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Булат (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Мәмлиева Г. Х.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 31. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Булат (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 31. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Булат (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 5,0 5,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Булат (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Булат (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Мәмлиева Г. Х.
- ↑ Улицы деревни Булатово
- ↑ [1]
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |