Хәлил мәктәбе (Әбйәлил районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәлил мәктәбе
Нигеҙләү датаһы 1894 һәм 1918
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы, Әбйәлил районы һәм Хәлил
Электронная почта abroo30@yandex.ru
Рәсми сайт abroo30.02edu.ru
Карта

Хәлил мәктәбе (рус. МБОУ СОШ с. Халилово МР Абзелиловский район Республики Башкортостан) — Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы Хәлил ауыл Советы биләмәһендәге уҡыу йорто. Хәлил ауылында урынлашҡан

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1891 йылда Бикмәтов Хужәхмәт урындағы мәҙрәсәлә мәктәп-мәҙрәсә аса һәм малайҙарҙы уҡыта башлай. 1905 йылда ул байҙар аҡсаһына ике бүлмәле мәктәп, ситтән килеп уҡыусылар өсөн ятаҡ һәм ашхана төҙөтә.

1906 йылда ҡыҙҙар өсөн мәктәп эшләй башлай. 1910 йылда улар яңы бинала шөғөлләнә башлайҙар. Ошо йылда Өфө мөфтөйө рөхсәте менән Хәбибназар Батыршин рус теле, география, тарихтан уҡыта башлай. Уның ҡустыһы Камил Мусин 1906 йылда рус теле, география фәндәренән белем бирә.

1918 йылда Хәлил ауылында ике беренсе баҫҡыс хеҙмәт мәктәбе эшләй башлай. 1920 йылда уның нигеҙендә мәктәп уҡытыусылары әҙерләү курстары ойошторола.

Артабанғы статустары:

  • 1930 йылда — 4 йыллыҡ башланғыс мәктәп
  • 1938 йылда — ете йыллыҡ
  • 1950 йылда — һигеҙ йыллыҡ
  • 1964 йылдың 19 ноябрендә Хәлил урта мәктәбе

1960 йылдарҙа Хәлил урта мәктәбендә 600—700 бала уҡый. Мәктәп яны интернаты була. Күрше Әбделмәмбәт, Рауил, Ҡалмаҡ, Дәүләтша, Атауҙы, Булат, Күсей ауылдарынан уҡыйҙар.

1966 йылда мәктәп Советтар Союзы Геройы Дәүләтов Әбдрәүеф Ғәни улы исемен йөрөтә[1].

Етәкселәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ғәлин Бәшир Әҡсән улы

Уҡытыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Әлибаева Эльза Илдар ҡыҙы — уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары
  • Зыянбирҙина Фәнүзә Нәсип ҡыҙы — тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары
  • Әлибаев Таһир Зөлфәр улы — физик культура
  • Әхмәтшина Айгөл Марс ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Әхмәтшина Дилә Закир ҡыҙы — математика, физика
  • Байбулатов Зөлфәр Зөлҡәфир улы — ОБЖ, физик культура
  • Бүләкбаева Айгөл Хәмзә ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Буранғолова Нәйлә Надир ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Вәлиева Лилиә Камил ҡыҙы — туған тел һәм әҙәбиәт (башҡорт теле)
  • Ғәлина Фәнүзә Мөхтәр ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Ейәнбирҙин Хәлил Насип улы — тарих, йәмғиәтте өйрәнеү (иҡтисад һәм хоҡуҡ)
  • Ейәнбирҙин Илшат Хәлил улы — информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары, тарих, география
  • Ейәнбирҙина Фәнүзә Насип ҡыҙы — сит тел (инглиз теле), тәрбиәүи эш буйынса административ хеҙмәткәр
  • Ейәнбирҙина Ризидә Ибраһим ҡыҙы — математика
  • Кусарбаева Лилиә Ишбулды ҡыҙы — технология
  • Муллабаева Гөлнара Ишмөхәмәт ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Ташбулатов Илнур Ирмәк улы — биология
  • Өмөтҡужин Радик Исмәғил улы — туған тел һәм әҙәбиәт (башҡорт теле)
  • Үтәғолова Гүзәл Ҡазихан ҡыҙы — Башҡортостан мәҙәниәте
  • Хәйбуллин Вәсил Фәйезрахман улы — машина йөрөтөү буйынса инструктор.
  • Хангәрәева Нәфисә Мәһәҙи ҡыҙы — рус теле, әҙәбиәт
  • Шәһивәлиев Ринат Зиннәт улы — сит тел, тарих, тәбиғәт ғилеме, сәнғәт
  • Шаһивәлиева Зилә Батыр ҡыҙы — химия
  • Шәрәфетдинова Әлфиә Мирасбай ҡыҙы — математика[2]

Мәғарифта эшләүсе уҡыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Дәүләтова Зәйтүнә Әхмәт ҡыҙы (1942—19.01.2009). 1961—1997 йылдарҙа Әбйәлил районы Хәлил урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1987). Сығышы менән Хәлил ауылынан.
  • Зыянбирҙина Фәнүзә Насип ҡыҙы (1962), педагогик хеҙмәт ветераны. 1984 йылдан (өҙөклөктәр менән) Әбйәлил районы мәктәптәре уҡытыусыһы, директор урынбаҫары, шул иҫәптән 1994 йылдан Хәлил урта мәктәбе директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән Хәлил ауылынан.

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәп тураһында матбуғатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мәктәп сайты [1](недоступная ссылка)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]