Юлдаш (Әбйәлил районы)
Ауыл | |
Юлдаш Юлдаш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Юлдаш (рус. Юлдашево) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. Гусев ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 340 кеше[1]. Почта индексы — 453614, ОКАТО коды — 80201819006.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 13 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Гусев): 9 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 55 км
Юлдаш ауылы район үҙәге Асҡар ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 13 километр һәм Магнитогорск (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 55 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юлдаш (Көҙәсә) ауылына Верхнеурал өйәҙе Тамъян улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. XVIII быуат аҙағынан, 1786 йылдан билдәле. Ауылға тәүге төпләнеүсе тураһында мәғлүмәт юҡ. Атаһы ауылында улдары — Мөхәмәткәрим (1792) һәм Нарынғазы (1818) Юлдашевтар йәшәгән. Халҡы ярым күсмә тормош көтә.
1795 йылғы V рәүиз мәғлүмәттәре буйынса 10 йортта 48 кеше, 1859 йылда 27 хужалыҡта 200 кеше йәшәгән.
20 хужалыҡтың 16-һы йәйләүгә сыҡҡан. Шунда уҡ урындарҙа (Йәнгел, Маяғашлы, Сатра, Арҡа Йорт, Әйнәм Һүтәй йылғалары буйында) күсеп йөрөйҙәр, унда Юнай ауылында йәшәүселәрҙең дә йәйләү булған. Был — ике ауыл халҡының туғанлыҡ бәйләнешен күрһәтеүсе тағы бер дәлил. 40 кешегә 500 ат, 250 һыйыр, 400 һарыҡ, 70 кәзә тура килгән. Юлдаштар күршеләренән етеш йәшәгән, уларҙың 16 дисәтинә һөрөнтө ере булған. 1842 йылда 8 бот ужым һәм 332 бот яҙғы иген сәселгән. Сәсеүҙең яртыһынан күберәге Мөхәмәткәрим Яныбаевтыҡы (140 бот) һәм Хәбибулла Боҫҡоновтыҡы[3][4].
1866 йылда Юлдаштағы 30 хужалыҡта 199 кеше донъя көткән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған[5].
1920 йылда ауылда 283 кеше йәшәгән. XX быуаттың 30‑сы йылдарында Юлдаш ауылына XVIII быуат уртаһында нигеҙ һалынған Юнай ауылы ҡушылған[6].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[7] | 2009[7] | 2010[8] |
272 | ↗373 | ↘340 |
- Милли составы
2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (99 %)[9].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 237 | ||||
1920 йыл 26 август | 283 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 248 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 228 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 287 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 272 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 340 | 166 | 174 | 48,8 | 51,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Әлеге ваҡытта ауылда Гусев урта мәктәбе филиалы — Юлдаш башланғыс мәктәбе-балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар[10].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәтҡужина Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы (28 февраль 1951 йыл) — журналист, шағир һәм драматург. 1981 йылдан республика матбуғат баҫмалары, шул иҫәптән 2002—2007 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре. 1989 йылдан СССР-ҙың Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2006).
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юлдаш (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 37. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан. — Справочник. Уфа: ГУП РБ "Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. :илл. ISBN 978-5-87691-038-7
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Юлдаш (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ История деревни Юлдашево Абзелиловский район 2021 йыл 7 май архивланған.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 37. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Юлдаш (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 37. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ 7,0 7,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Юлдаш (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |