Эстәлеккә күсергә

Таҡһыр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Таҡһыр
Таҡһыр
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әбйәлил районы

Координаталар

53°14′15″ с. ш. 58°39′26″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 201 819 004

ОКТМО коды

80 601 419 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Таҡһыр (Рәсәй)
Таҡһыр
Таҡһыр
Таҡһыр (Башҡортостан Республикаһы)
Таҡһыр

Таҡһыр (рус. Таксырово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 398 кеше[1]. Почта индексы — 453614, ОКАТО коды — 80201819004.


Халыҡ иҫәбе
2002[2]2009[2]2010[3]
332410398
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар 99 % тәшкил итә[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 398 196 202 49,2 50,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 18 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Гусев): 8 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 53 км
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Телянче' урамы (рус. Телянче (улица))[5]

Таҡһыр (Теләнсе) һәм Әбделғәзе ауылдары халҡы ла яҡын туғандаш бәйләнештә булған. Таҡсыр ауылының тәүге исеме Тамъян улусы старшинаһы, пугачевсы Тләнсе Иҫәшев исеменән килеп сыҡҡан. Икенсе исеме — уның 1764 йылғы улы улус старшинаһы Таҡсыр Теләнчин исеменән. Уның ҡустылары: зауряд-eсаул Хөсәйен, Мөхәммәтшәриф. Таҡһырҙың балалары — Динислам, Яйыҡбай, Айытбай, Фазулла. XVIII быуат был ауыл тураһында мәғлүмәт булмай. Халыҡ Аҡимбәт ауылынан сыҡҡан, тигән фараз бар, сөнки 1776 йылда Иҫәшевтар бында йәшәгән.

1834 йылда ауылда 15 йортта 153 кеше була. 1859 йылда 28 йортта 180 кеше йәшәгән.

1920 йылда 63 йортта 275 кеше йәшәгән.

Рәхмәтулла Дәүләткилдин 1805—1807 йылдарҙа Рәсәйҙең Францияға ҡаршы кампанияһында ҡатнашҡан. Шәмсетдин Хоҙайғолов менән Ғәҙелша Дәүләткилдин XIX быуаттың 20-се йылдар аҙағында Бессарабияла кордон (сик буйы) хеҙмәтендә була.

Таҡһыр халҡының төп шөғөлө — малсылыҡ. 170 кешенең 306 йылҡыһы, 176 һыйыры, 100 һарығы, 50 кәзәһе була. 28 йорттан 20-е Йәнгел, Яманйылға, Һартйылға йылғалары буйлап йәйләүгә сыҡҡан. 1842 йылда бөтөнөһөнә 144 бот яҙғы иген сәселгән[6].