Эстәлеккә күсергә

Әлмөхәмәт (Әбйәлил районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Альмухаметово
башҡ. Әлмөхәмәт
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әбйәлил

Сельсовет

Әлмөхәмәт

Координаталар

53°01′14″ с. ш. 58°41′24″ в. д.HGЯO

Халҡы

659[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453605

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 201 804 002

Код ОКТМО

80 601 404 106

Альмухаметово (Рәсәй)
Альмухаметово
Альмухаметово
Әлмөхәмәт (Әбйәлил районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Альмухаметово

Әлмөхәмәт — Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районындағы ауыл. Сиҙәм ауылы — Әлмөхәмәт ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 659 кеше[2]. Почта индексы — 453605, ОКАТО коды — 80201804002.

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 47 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Сиҙәм): 1 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Әлмөхәмәт): 3 км

Әлмөхәмәт ауылы Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйында, район үҙәге Асҡар ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 47 километр һәм Әлмөхәмәт тимер юл станцияһынан көнбайышҡа табан 3 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Әлмөхәмәт ауылына XVIII быуат уртаһында Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Хәҙерге Әбйәлил районында Бөрйән улусына ҡараған өс ауыл була. Шуларҙың иң ҙуры — Әлмөхәмәт (Ҡолбаҡты). Тәүге төпләнеүсенең 1750—1814 йылдарҙа йәшәгән улдары Абдрахман һәм Ишбулды Әлмөхәмәтовтар билдәле. Өлкәне Абдрахмандың Буранғол, Йомағол, Аллағол исемле улдары була. Билдәле фамилияларҙы башлап ебәреүселәр — Ирназар, Иҙге, Аҡназар Йәрмөхәмәтовтар, указлы мөҙәрис Өмөтбай Яйҡаров һәм уның улдары Әхмәтйән (улы Абдрахман), Мөхәмәтйән, Мөхәмәтвәли, Оморҙаҡ һәм уның ағаһы Ильяс. Ауыл шулай уҡ Ҡолбаҡты тип тә теркәлгән.

1795 йылда ауыл 31 хужалыҡтан тора, унда 257 кеше йәшәй. X рәүиз мәғлүмәттәрендә 100 йортта 640 кеше күрһәтелгән.

1814 йылдың 19 мартында Парижға ингән 14-се Башҡорт полкы яугирҙәре, рядовойҙар Ҡолбай Әбләзин, Яманғол Абдрахманов, Мөхәмәтәмин Яуғастин ҡаһарманлығы өсөн көмөш миҙалдар менән бүләкләнә. Рус-төрөк һуғышы барған йылдарҙа Солтанбай Ильясов, Абдулнасир Бараҡов, Рысҡужа Хоҙайбиргәнов, Ғүмәр Әлмөхәмәтов империяның көнбайыш сигендә сик хеҙмәтендә була.

Халыҡ эре мөгөҙлө малдарҙы күп аҫыраған. 1842 йылда 96 йорттоң барыһы ла йәйләүгә сыға. 500 кешегә 304 ат, 202 һыйыр, 325 һарыҡ һәм 150 кәзә тура килгән. Малсылыҡтан тыш балыҡ тотоу, һунарсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Шул уҡ ваҡытта 174 сирек, йәғни 1329 бот яҙғы иген сәселә. Бер кешегә 2,4 бот тура килгән.

1866 йылда ауылдағы 107 хужалыҡта 613 кеше йәшәгән. 1900 йылда 2 мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне булған. Әлмөхәмәттә йәрминкәләр үткәрелгән.

1920 йылда 194 йортта 905 кеше йәшәгән[4].

Халыҡ иҫәбе
2002[5]2009[5]2010[1]
649748659
Милли составы

2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, төп милләт — башҡорттар (96 %)[5].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 519
1920 йыл 26 август 905
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 669
1959 йыл 15 ғинуар 802
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 616
2002 йыл 9 октябрь 649
2010 йыл 14 октябрь 659 317 342 48,1 51,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Әлеге ваҡытта ауылда Целинный ауылы урта мәктәбенең филиалы — Әлмөхәмәт башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар[6].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2-се Йәштәр урамы
  • Ҡызыл Яр урамы
  • Ҡыҙыл урамы
  • Ким Әхмәтйәнов урамы
  • Тау буйы урамы
  • Салауат Юлаев урамы
  • Вафир Тайсин урамы
  • Рәмил Ҡолдәүләт урамы
  • Ленин урамы
  • 1-се Йәштәр урамы[8]

Археологик ҡомартҡылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл эргәһендә Әлмөхәмәт ҡурғандары[9] һәм Баҡырүҙәк урынлашҡан.

  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Әлмөхәмәт (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 31. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. 5,0 5,1 5,2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  6. Әлмөхәмәт (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Он был истинным патриотом родной земли (К 75-летию видного руководителя нефтяной промышленности Башкирии Асхата Уметбаева). , 2013, 10 марта (рус.)
  8. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 37 по Республике Башкортостан
  9. Әлмөхәмәт ҡурғандары