Салауат (Әбйәлил районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Салауат
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Таштимер ауыл Советы (Әбйәлил районы)[1]
Почта индексы 453601

Салауат (тыңлау)  (рус. Салаватово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 323 кеше[2]. Почта индексы — 453601, ОКАТО коды — 80201837007.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
2002[3]2009[3]2010[4]
337296323
Динамика численности населения Салаватово.png
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 100 % тәшкил итә[5].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1900 йыл 559
1920 йыл 26 август 644
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 411
1959 йыл 15 ғинуар 384
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 333
2002 йыл 9 октябрь 337
2010 йыл 14 октябрь 323 156 167 48,3 51,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 15 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Михайловка): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 41 км

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная (улица))
  • Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица))
  • Муса Мортазин урамы (рус. Мусы Муртазина (улица))
  • Мөхәмәтйәр Рәхмәтуллин урамы (рус. Мухамедьяра Рахматуллина (улица))
  • Совет урамы (рус. Советская (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))[6]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Салауат ауылына 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында әүҙем ҡатнашыусы Салауат батыр нигеҙ һала.

Документтарҙа фамилияһы телгә алынмай. Л. Я. Соймонов төҙөгән 1740 йылдағы "Башҡорт ихтилалы тураһында өҙөк"тә ике тапҡыр Тамъян улусы башҡорто Салауаттың исеме телгә алына. Ихтилал етәксеһе Сәйетбайҙың ике ҡустыһы — Әлкәлин Ҡолош менән Тәпсе («ҡустыһы Һарынбәт һәм башҡорт Салауат Ҡараһаҡал менән уртаҡ булғандар») карателдәр ҡулына эләгә. 1740 йылдың 25 июнендә тотҡондарҙың береһе «Тамъян улусы башҡорто Салауат Ағиҙелгә 40 ғаилә менән килде», тип һөйләй әсирҙәрҙең береһе. Баш күтәреүселәр, бөтә малдарын ҡалдырып, Ағиҙел йылғаһы аша «Ҡараҡай тауҙарына, Ҡыҙыл йылғаһына тиклем» йүнәлеүен тиҙләтә. Был мәғлүмәттәр, Салауаттың 1740 йылдағы Ҡараһаҡал ихтилалында айырыуса ҙур роль уйнағанлығы тураһындағы фекерҙе иҫбатлай.


Салауаттың улы Кинйәкәй (1736—1813), ейәндәре Бикташ (1768—1813), Истамғол, Кузяхмет, Рәхмәт тыуған ауылында йәшәгән. Беренсе күскенсе улы исеме менән ауыл шулай уҡ Кинйәкәй тип атала.

1795 йылда 18 йорт хужалығында 140 кеше йәшәгән. X ревизия 68 йортта 400 кешене күрһәткән. 1920 йылда 145 йортта 644 кеше йәшәгән.

Салауаттар Ватанды һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә. 1805—1807 йылдарҙа Пруссия һәм Польша биләмәләрендә Рәсәйҙең союздаштар менән Наполеон Францияһына ҡаршы походында Яңыбай Ғәйетов ҡатнаша. Наполеонды Рәсәйҙә, сит илдәрҙә һәм уның баш ҡалаһында тар-мар иткәнд көмөш миҙалдар кавалерҙары Ҡасҡын Әбдрәшитов, Ишкилде Ишемғолов ҡатнаша.

Салауаттар — мал үрсетеүселәр. 45 йорттоң 40-ы 310 кешеһе менән Маяғашлы, Сирмешән, Ҡаржау йылғалары буйлап күсеп йөрөгән. Уларҙың 350 аты, 180 һыйыры, 100 һарығы, 60 кәзәһе иҫәпләнә. Игенселек өсөн 59 дисәтинә ер үҙләштерелгән. 1842 йылда бөтәһенә 708 бот яҙғы иген сәселә. Сәсеүлектәрҙең яртыһынан күберәгенә дүрт кеше хужа була: Мөхәмәтйәр Килдейәров (100 бот), Дәүләтша Байғәлин (105 бот), Йыһанша Ырыҫбаев (105 бот), Рахманғол Абдулғәзизов (110 бот)[7].

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Фәттәхетдинов Хәлфетдин (1892—1938) — хәрби эшмәкәр. Беренсе донъя, Рәсәйҙәге Граждандар һәм совет-поляк һуғыштарында ҡатнашыусы.

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]