Ҡараһаҡал
Ҡараһаҡал | |
---|---|
1740 йылғы Башҡорт ихтилалы етәксеһе | |
Ысын исеме | Миңдеғол Юлаев |
Тыуған: | билдәһеҙ |
Вафат: | 1741 й. (башҡа сығанаҡтар буйынса 1749 й.) |
Ҡараһаҡал — (ысын исеме Миндеғол Юлаев , ?-1741, башҡа сығанаҡтар буйынса ?- 1749.). (башҡ. Ҡараһаҡал, татар. Qarasaqal, Карасакал, ҡаҙ. Қарасақал). Ағаһының йәшерен мәкерлеге арҡаһында тәхеттән мәхрүм булған жунғар ханы тип, ялған исем менән йөрөүсе. Хәбәрһеҙ юғала.
Башҡорт фольклорында (йырҙарҙа, риүәйәттәрҙә) Салауат Юлаев кеүек киң билдәле.
1552 йылда Иван IV Ҡазанды алып, уның ханлығын еңгәндән һуң, Иван батша башҡорттарҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуғын, динен, йолаларын һаҡларға вәғәҙә бирә. Әммә уның заты, Рюриковичтар династияһы власть башынан китеүе була — Романовтар династияһы тәхеткә килә (1613 йыл). Шунан башлап башҡорттарҙың Аҡ бей батша таныған хоҡуҡтары сикләнә бара, ер тәләфләнә, властар баш-баштаҡлыҡ итә, Башҡортостанға башҡа халыҡтар күсереп ултыртыла. Унда заводтар, ҡәлғәләр төҙөй башлайҙар. Һөҙөмтәлә башҡорт халҡы ихтилалдарға күтәрелә: XVII—XVIII быуаттар буйы Башҡортостанда тынғылыҡ бөтә.
Академик М. К. Любавский яҙыуынса,
шул дәүер эсендә, үҙҙәренең хоҡуҡтарын даулап, башҡорттар һымаҡ ихтилалға күп күтәрелгән халыҡ Рәсәйҙә бер ҡайҙа ла бер ҡасан да булмаған. |
Ҡараһаҡал. Далан төркөмө йыры. | |
Помощь по воспроизведению |
Ҡараһаҡал тураһында танылған урыҫ ғалимы П. И. Рычков
«аҡыллы, мауыҡтырғыс һәм дәлилле итеп һөйләүсе, дөрөҫ йәшәүсе, динле», |
тип яҙа, ә XIX быуатта йәшәгән Р. Г. Игнатьев
«яҡшы фекерләүсе, ҡыйыу, динле, Ҡөрьәнде һәм ғәрәп телен яҡшы белгән башҡорт» |
тип яҙып ҡалдырған. Ҡараһаҡал — 30-сы йылдарҙа Мәккә менән Мәҙинәгә хаж ҡылған мосолман.
Ихтилалға күтәрелеү сәбәптәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1739 йылда халыҡ иҫәбен алыу башлана. Ә башҡорттарҙың иҫәбен белһәләр, шунса һалым талап итәсәктәр. Шуға иҫәп алыусыларҙы ҡыуып ебәргәндәр. Икенсенән, быға тиклем булған ихтилалда ҡатнашҡан кешеләрҙең аттарын тартып ала башлайҙар. Штраф аттарын йыйыу тип аталған ул. Ә был йорт хайуаны башҡорттоң көндәлек тормошонда — иң кәрәклеһе. Был да ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Урыҫтар башҡорттоң ерен талап ала, һалымды арттыра. Шулай итеп, халыҡ ере, теле, дине өсөн көрәшә.
Ҡараһаҡал был күтәрелеште үҙ ҡулына ала. Башҡорттарға Жунғария һәм ҡаҙаҡтарҙан үҙе яҡлы кешеләрҙе ярҙамға саҡырып килтерәсәге хаҡында әйтә, өҫтәүенә Төрөк солтанынан да ҙур ярҙам киләсәге тураһында вәғәҙә ала. Башҡорттар быға ышана, һәм 1740 йылда яңынан ҙур башҡорт ихтилалы башлана. Ҡараһаҡалдың был болаһы еңеүгә өлгәшһә, Әстерхан һәм Ҡаҙан ханлығын тергеҙеүгә өмөт ителә.
Ихтилалды баҫтырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡараһаҡал бик аҡыллы, һалҡын ҡанлы, һуғышҡа оҫта башлыҡ булһа ла, беренсенән, баш күтәреүселәрҙең юғары ҡатламы менән түбән массаһы араһында ихтилалдың маҡсаттары төрлө була, икенсенән, башҡорттар араһында һөнәрселек яҡшылап үҫешмәгәнлектән уларҙың ҡоралдарының насар булыуы сәбәпле, ихтилал бик ҙур ҡатылыҡ менән баҫтырыла.
1740 йылдың июнендә Ҡараһаҡал яралана, һәм уны ҡаҙаҡ далаларына алып китәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Карателдәр ғәскәре етәксеһе Урусов, 300-гә яҡын башҡорт әсиренән һорау алып, Ҡараһаҡал ысынын да иһә — Нуғай даруғаһы Юрматы ырыуы башҡорто тигән һығымтаға килә. Ҡараһаҡалды Хан итеп таныу уйына килгән һәм шуны ғәмәлгә ашырған Алан Ейәнғол старшина, батша ғәскәрҙәре ҡулына эләккәс, бик ҡаты язалау аҫтында Ҡараһаҡалдың кем булыуын һөйләп бирергә мәжбүр була. Уның һүҙҙәренсә, Ҡараһаҡал — Нуғай юлы Юрматы олоҫо башҡорто Миңлеғол Юлаев. Атаһы Ныязғол, Һәләүек буйында өйө, ғаиләһе бар. Унда әсәһе Емеш, ҡатыны Ҡышбикә, ҡыҙы Рәхимбикә, туғандары Ситембәт менән Бикбулат йәшәй (был кешеләр, аҙаҡ тотолоп, язалап үлтерелә)[1].
Рәсми хисаптарға ҡарағанда ла был боланы баҫтырғанда һәм баҫтырғас, барлығы 696 башҡорт ауылы таланып, яндырыла, 16634 башҡорт үлтерелеп, 4 меңе төрлө ерҙәргә урыҫ араларына каторгаға ебәрелә, 9200 ҡатын-ҡыҙ һәм балалар эске Рәсәйҙәге урыҫ баярҙарына таратыла; башҡорттарҙан 20 меңләп йылҡы-һыйыр тартып алына һәм байтаҡ аҡса штраф итеп түләтелә. Был хисаптар һаналып бары рәсми ҡағыҙҙарға теркәлгәндәре генә, талау һәм үлтереүҙәр байтаҡҡа артыҡ булған, әлбиттә. Быларҙан тыш, боласылар меңәрләп-меңәрләп Себергә оҙатыла, түрә, купец һәм урыҫ крәҫтиәндәренә ҡол ителеп һатыла.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡараһаҡал яуында(недоступная ссылка)
- БСЭ 2019 йыл 1 апрель архивланған.
- Әхмәт-Гәрәй Йәнғәлин. Һуңғы башҡорт ханы йәки Аҡай-Ҡараһаҡал яуына яңы ҡараш (башы). Ағиҙел журналы, 2009 йыл, 9-сы һан. Һуңғы башҡорт ханы йәки Аҡай-Ҡараһаҡал яуына яңы ҡараш (аҙағы). Ағиҙел журналы, 2009 йыл, 10-сы һан.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рафиков Б. Ҡараһаҡал. Роман.- Өфө, 1989.
- Ҡараһаҡал библиографик һүҙлектә online [1]
- Ҡыҫҡаса башҡорт энциклопедияһы [2](недоступная ссылка)
- Ғайса Хөсәйенов. Батырша. Тарихи роман 2016 йыл 4 март архивланған.
- Ғайса Хөсәйенов. Батырҙар ҡиссаһы. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1986 й., 295 бит
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ғайса Хөсәйенов. Батырҙар ҡиссаһы. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 269-сы бит