Йәлембәт (Әбйәлил районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йәлембәт
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Таштимер ауыл Советы (Әбйәлил районы)
Почта индексы 453622

Йәлембәт (рус. Елимбетово) — Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 371 кеше[1]. Почта индексы — 453622, ОКАТО коды — 80201837005.


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
2002[2]2009[2]2010[3]
382377371
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 99 % тәшкил итә[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 371 169 202 45,6 54,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 27 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Михайловка): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 36 км

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Еңеүҙең 60 йыллығы урамы (рус. 60-летия Победы (улица))
  • Коммунистик урам (рус. Коммунистическая (улица))
  • Комсомол урамы (рус. Комсомольская (улица))
  • Сафа Истамғәлин урамы (рус. Сафы Истамгалина (улица))
  • Юламан урамы (рус. Юламана (улица))[5]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Елембәт XIX быуат башында барлыҡҡа килә. 1834 йылда унда 106 кеше йәшәгән 10 ихата ғына була. X ревизия мәғлүмәттәре буйынса, унда 160 кеше йәшәй һәм 27 ихата була. 1920 йылда 76 йортта 372 кеше йәшәгән.

Тәүге төпләнеүсенең улдары — Байморат, Байкөсөк, йөҙ башы Ҡыуандык, Ҡунаҡкилде Елембәтовтар билдәле. Улар атаһы ауылында йәшәгәндәр.

Халҡы — ярым күскенселәр. 40-сы йылдар башында 14 йорттан 12 ылау июнь — август айҙарында Ҡобрайылға, Казбин, Оло Ҡыҙыл йылғалары буйлап күсеп йөрөгәндәр. 113 кешенең 150 аты, 100 һыйыры, 80 һарығы һәм 50 кәзәһы булған. Халыҡтың барыһы ла ауыл хужалығы менән шөғөлләнмәгән. 38 дисәтинә һөрөнтө ер үҙләштерелгән. Яҙғы иген сәсеү 550 ботҡа тиң булған. Баҡһаң, 5 кеше генә шул ҡәҙәр иген сәскән икән. Улар — Бикҡол Күҫәков (110 бот), Ишмөхәмәт Биктимеров (115), уның атаһы Биктимер Ғәббәсов (110), тәүге төпләнеүсе Байморат Йәлембәтов улы Ғәли Биктимеров (110)[6].

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видеофильмдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]