Әүмеш (Әбйәлил районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Әүмеш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әбйәлил районы

Координаталар

53°32′53″ с. ш. 58°41′02″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 201 837 003

ОКТМО коды

80 601 437 111

Әүмеш (Рәсәй)
Әүмеш
Әүмеш
Әүмеш (Әбйәлил районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Әүмеш

Әүмеш  — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Таштимер ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны — 121 кеше[1]. Почта индексы — 453622, ОКАТО коды — 80201837003.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
2002[2]2009[2]2010[3]
113121107
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 100 % тәшкил итә[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 107 50 57 46,7 53,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 29 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Таштимер): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 32 км

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Алсынбай урамы (рус. улица Алсынбая)
  • Тау урамы (рус. улица Горная)
  • Таһир Кусимов урамы (рус. улица Тагира Кусимова)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)[5]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әүмештең тағы бер исеме бар — Алсынбай. Тәүге исеме антропоним — ауылға нигеҙ һалыусы һәм гидроним — Әүмеш шишмәһе исеменән, икенсеһе — тәүге төпләнеүсенең улы Алсынбай Әүмешев исеменән (уның балалары Вәлит, Ҡәйепҡол, Кинйәғол —уның улдары Хәмит, Хәлит, Сабит) алынған. Алсынбай 1740—1819 йылдарҙа йәшәгән.

1795 йылда ауылда 20 хужалыҡ була, унда 102 кеше йәшәй. X ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 366 кеше 58 йортта йәшәгән һәм 1920 йылда 100 йорттан торған. Ауылда йәшәүселәр араһынан Амангилде (балалары Ғайса, Лоҡман), Аҙнагилде, Яугилде Татлыбаев, Сибай Тауымбаев XIX быуаттың беренсе яртыһында тирмә һәм кантон идаралығында хеҙмәт итеүҙәре менән айырылып тора.

14-се башҡорт полкы яугиры, ике көмөш миҙал кавалеры Әбделвәхит Әбделсәләмов Парижда үҙенең хәрби юлын тамамлай.

258 кеше йәшәгән 33 йорттоң 25-е йәйләүгә сыҡҡан. Кесе Ҡыҙыл һәм Оло Йылға йылғалары үҙәндәре буйлап күсеп йөрөйҙәр. Уларҙың 315 аты, 270 һыйыры, 185 һарығы һәм 6 кәзәһе була. 33 йортҡа 608 бот яҙғы иген сәселгән, шул иҫәптән Аҙнабай Искәндәров — 100 бот[6].


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан. — Справочник. Уфа: ГУП РБ "Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. :илл. ISBN 978-5-87691-038-7