Кесе Ҡыҙыл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кесе Ҡыҙыл
Йылға аша тимер юл күпере
Йылға аша тимер юл күпере
Характеристика
Оҙонлоғо 113 км
Бассейн 1540 км²
Һыу ағымы
Инеше Әбйәлил районы
 · Координаталар 53°35′49″ с. ш. 58°27′00″ в. д.HGЯO
Тамағы Яйыҡ йылғаһының уң ярына тамағынан 2172 км өҫтәрәк
 · Урынлашыуы Агапов районы
 · Бейеклеге 350 м
 · Координаталар 53°35′49″ с. ш. 58°27′00″ в. д.HGЯO
 · Координаталар 53°30′37″ с. ш. 59°00′40″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан, Силәбе өлкәһе
РДҺР 12010000212112200001657
Кесе Ҡыҙыл (Рәсәй)
Точка
Точка
Кесе Ҡыҙыл Викимилектә

Кесе ҠыҙылРәсәй йылғаһы. Башҡортостан, Силәбе өлкәһе[1] биләмәләрендә аға.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кесе Ҡыҙыл Башҡортостандың Әбйәлил, Белорет райондары, Силәбе өлкәһенең Верхнеурал районы аша һәм Магнитогорск ҡалаһының төньяҡ сигенән аға. Түбәнге ағымында йылға гидрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы тип һанала [2].

Йылға башы Ҡырҡтытау һәм Уралтау һырттары итәктәре араһында, Салауат-совхоз утарынан йыраҡ түгел урынлашҡан.

Артабан йылға, Белорет районына барып инеп,Мөхәмәт, Абҙаҡ, Яңы Абҙаҡ ауылдарына тейеп, Әбйәлил районының Мораҡай, Яңы Балапан , Оло Ғәбдин, Туйыш һәм Байым аша үтеп Силәбе өлкәһенә күсә. Бында инде Кесе Ҡыҙыл Магнитогорск эргәһенән һәм уға яҡын ҡасабалар янынан аға [2].

Йылға Яйыҡ йылғаһының уң ярына тамағынан 2172 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 113 км.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кесе Ҡыҙыл быуаһы. Яңы Абҙаҡ янында

Йылға тауҙар араһында башланғас, үрге ағымында тау йылғаларына хас сифаттарға эйә. Кесе Ҡыҙыл үҙе лә, ҡушылдыҡтары ла башлыса ҡар һыуҙары менән туйына.

Йырҙаһы ташлы, балсыҡлы түбәнге ағымында балсыҡлы йәки ҡомло-ҡырсынлы. Уның урта өлөшөндәге киңлеге 12 метрға барып етә ала, түбәнге ағымында 25 метрға тиклем киңәйә. Башлыса йылғаның уң яры һөҙәк, ә һул яры — текә.

Кесе Ҡыҙыл йылғаһының Смеловский ҡасабаһы янындағы түбәнге ағымы гидрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы тип танылған. Айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларының дөйөм майҙаны 400 гектар биләй.

Һыуы болғансыҡ, шуға ҡарамаҫтан, Магнитогорск ҡалаһының Ленин районына эсәр һыу итеп бирелә һәм сифаты яҡшы тип һанала. Был һыуҙы йылғанан туранан-тура түгел, ә уның Смеловский мәмерйәләре системаһы аша үткән ер аҫты карст сығанағынан алалар. Был мәмерйәләр Магнитогорскиҙан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан [2].

Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Яйыҡ һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһыЯйыҡ йылғаһы, Верхнеурал һыуһаҡлағысынан Магнитогорск һыуһаҡлағысына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — бассейны юҡ, йылға бассейны — Яйыҡ(һыу бассейнының Рәсәй өлөшө)[3].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [3]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000212112200001657
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112200165
  • Бассейн коды — 12.01.00.002
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 12
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 2
Кесе Ҡыҙыл йылғаһы Мөхәмәт ауылы эргәһендә

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылғаһының атамаһы килеп сығышы бер ниндәй ҙә һорау тыуҙырамай: «ҡыҙыл» төҫ менән бәйле, тимәк [4].. Түбәнге ағымында ярындағы ҡыҙыл балсыҡ йыуылып, һыуына ҡыҙғылт төҫ бирә. Ҡыҙыл йылғалары икәү - Оло һәм Кесе Ҡыҙыл. Быныһының кесе булыуы ҡыҫҡараҡ һәм һайыраҡ булыуы менән бәйле. Икеһе лә бер урындан тиерлек башланып, төрлө яҡҡа ағып китеп, ахырҙа барыбер Яйыҡ йылғаһына килеп ҡоялар [2]..

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Река Малый Кизил 2019 йыл 28 июнь архивланған.
  3. 3,0 3,1 РФ һыу реестры: Кесе Кизил.
  4. Словарь топонимов Башкирской АССР. Башҡорт АССР-ының топонимдары һүҙлеге - Уфа, 1980, - 93-сө бит

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]