Магнитогорск һыуһаҡлағысы
Магнитогорск һыуһаҡлағысы | |
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
![]() |
Магнитогорск һыуһаҡлағысы (Завод быуаһы) (рус. Заводский пруд(также Магнитогорское водохранилище)) — Магнитогорск ҡалаһында Яйыҡ йылғаһын быуып эшләнгән һыу ятҡылығы.

Тарихынан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Завод быуаһы Магнитогорск металлургия комбинаты ихтыяждары өсөн төҙөлгән. Ҡалаға һыу етерлек бирлеһен өсөн Верхнеурал һәм Магнитогорск һыуһаҡлағыстары каскад режимында файҙаланыла. Хәҙерге ваҡытта Завод быуаһы резерв, һыу туплаусы бассейн булараҡ ҡулланыла.
Тәүге быуа 1930 йылда төҙөлгән. Ул төҙөлөп ятҡан металлургия заводы өсөн тотонола. 1938 йылда диуарында ярыҡ барлыҡҡа килә һәм уны һыу аҫтында ҡалдырып, 1939 йылда яңыһы быуыла[2]..
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Һыуы тәрән түгел - уртаса тәрәнлеге 5,5 метр.
- Майҙаны - 33,4 кв. км
- Һыу күләме – 189млн. куб.м.
- Оҙонлоғо - 24 км.
- Ихтиофаунаһы: алабуға, ҡыҙылғанат, судак, суртан,карп, табан балыҡ [3].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Магнитогорское водохранилище 2019 йылдың 14 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Магнитогорское водохранилище 2019 йылдың 14 июль көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Водные ресурсы Челябинской области. Магнитогорское водохранилище (недоступная ссылка — история).