Ҡырҡтытау (һырт)
Ҡырҡтытау | |
---|---|
![]() | |
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 60 км |
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 1118 м |
Урынлашыуы | |
53°31′31″ с. ш. 58°29′55″ в. д.HGЯO | |
Страна | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Көньяҡ Урал |
![]() |
Ҡырҡтытау — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт.
Белорет һәм Әбйәлил райондары буйлап Ҡолсоғаҙы һәм Шәкәрҙейылға йылғалары (Кесе Ҡыҙыл йылғаһы ҡушылдыҡтары) тамағы киңлегенән алып Оло Ҡыҙыл йылғаһы киңлек ағымына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған.
Оҙонлоғо 60 км тирәһе, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 8 км, үҙәк — 16 км, көньяҡ — 6 км. Абсолют бейеклеге 1118 км (Ҡараташ тауы). Буйға һуҙылған тау ҡалдыҡтары теҙеменән тора. Һыртта Шыршылытау (1108 м), Күсем (1080 м), Бабай (1054 м), Ҡушай (1048 м), Һандыҡ (900 м тирәһе) түбәләре айырыла. Ирәндек свитаһының базальт һәм андезибазальт составлы лаваларынан, лавабрекчияларынан тора. Һыртта Оло һәм Кесе Ҡыҙыл йылғалары һәм уларҙың ҡушылдыҡтары башлана.
Көнсығыш итәгендә Яҡтыкүл, Ҡарабалыҡты һәм Сабаҡты күлдәре ята. Һырттың көнбайыш битләүҙәре һәм төньяҡ өлөшөнөң ландшафтары ҡараһыу урман тупрағындағы уҫаҡ, ҡарағай һәм ҡарағас ҡатыш ҡайын урмандарынан һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы ҡоро болондарҙан тора; көнсығыш битләүҙәренең һәм көньяҡ өлөшөнөң ландшафтары ҡараға оҡшаш тупраҡтағы ҡылғанлы һәм төрлө үләнле далаларҙан ғибәрәт.
Өҫтәмә мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бабай, Ҡушай, Һандыҡ түбәләре;
- Ҡараташ тауы; Һыуосҡан
- Ултыҡ‑Ҡарағас төбәктәре;
- Ҡараһыйыр йөҙ йәшәр ҡарағасы — тәбиғәт ҡомартҡылары.
- Һырт төньяҡ өлөшөндә “Абҙаҡ” спорт‑һауыҡтырыу комплексы урынлашҡан.
Топонимика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бер вариантында ҡырҡты, йәғни ҡырҡылған тау тигән һүҙҙәрҙән килеп сыҡҡан, икенсе вариантта ҡырҡ һанына бәйләнгән тиелә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Краткая географическая энциклопедия. М.:Советская энциклопедия, 1961 Том 2. с.393
- Статья в Башкортостан:Краткая энциклопедия 2013 йылдың 20 апрель көнөндә архивланған.