Эстәлеккә күсергә

Маяҡтау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Маяҡтау
урыҫ :Гора Маяктау
Төп мәғлүмәт
Майҙаны85,0 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты19 июнь 2003 йыл 
Урынлашыуы
52°26′50″ с. ш. 56°37′10″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Маяҡтау
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Маяҡтау

Маяҡтау (Аҫылташ) (рус. Гора Маяктау  — тау, төбәк әһәмиәтендәге ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы (2003).

Күгәрсен районы 1-се Дәүләтҡол ауылынан көнсығышҡа табан 2,5 саҡрым алыҫлыҡта ята. Абсолют бейеклеге — 523,8 метр, дөйөм майҙаны — 85, 0 гектар. Ул аҫҡы пермдең әртә ярусы тоҡомдарынан (конгломерат, эзбизташ һ.б.) тора. Ландшафы петрофитлы һәм болонло далаларҙың эталон варианттары, дала ҡыуаҡлыҡтары һәм үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре күп булған ҡатнаш киң япраҡлы урмандар таралған. Эндемиктар (Гмелин ҡыйыҡтажы) һәм үҫемлектәрҙең Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына ингән һирәк төрҙәре Гельм астрагалы, йәшел ҡыуыш тажъяпраҡ, көмөш тәңкәғуҙаҡ, Литвинов торна борсағы, Разумовский тәңкәғуҙағы, рус сыбар сәскәһе, һылыу ҡылған үҫә. Тауҙа Көньяҡ Уралда әлегә берҙән-бер май ынйы сәскәһе популяцияһы табылған.

Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына ингән һирәк осрай торған күбәләктәр: аполлон, махаон, подалирий йәшәй[1].

Көньяҡ Уралдың көнбайыш тау алдында, Сатра шишмәһенең үрге ағымында урынлашҡан Маяҡтау (Аҫылташ) тәбиғәт комплекстары һәм уның тирә-яғы һаҡлана. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2003 йылдың 19 апрелендәге 146-сы Ҡарары менән үҫемлектәрҙең үҫеү шарттарын насарайтҡан һәм тәбиғәт ҡомартҡыһына кире йоғонто яһаған эшмәкәрлек тыйыла.

Тәбиғәт ҡомартҡыһы фәнни һәм тәбиғәтте һаҡлау әһәмиәтенә эйә.