Эстәлеккә күсергә

Йылан заказнигы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йылан заказнигы
урыҫ "Елановский", заказник
Төп мәғлүмәт
Майҙаны3850,0 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты20 июнь 1972 йыл 
Идара итеүсе ойошмаБР-ның айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре Дирекцияһы 
Урынлашыуы
55°38′ с. ш. 54°48′ в. д.HGЯO
Яҡындағы ҡалаДүртөйлө 
Рәсәй
Точка
Йылан заказнигы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Йылан заказнигы

Йылан заказнигы (рус. "Елановский", заказник) — республика әһәмиәтендәге дәүләт зоологик ҡурсаулығы. Йофар, һунар йәнлектәре һәм һирәк осраған хайуан төрҙәре популяцияһын һаҡлау һәм тергеҙеү маҡсатында ойошторола (1963).

Дүртөйлө районы Әңгәсәк ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 1 саҡрым алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһының уң яр буйында урынлашҡан. Рельефы һыубаҫар туғайҙарҙан, уйһыулыҡтарҙан тора. Дөйөм майҙаны — 3,9 мең гектар. Урман — 70,1%-ын, һаҙлыҡ — 29,0 % тәшкил итә. Әрәмәлектәр менән уратып алынған Оло Йылан һыубаҫар туғай күле ҡураулыҡта тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора. Йүкә, йыла, ҡарама, саған, уҫаҡ ҡатыш аҡ шыршы, имән, ҡайын, ҡарағай, ҡарағас һәм шыршы үҫкән ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандар таралған, гөлйемеш, ерек, эт муйылы күп. Үҫемлектәрҙең Башҡортостан Республикаһының  Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре: Литвинов торна борсағы, өсҡалаҡ күк көпшә, сатырлы ҡышһөйәр, һары күбәләк сәскәһе, шифалы бесәй үләне үҫә.

Фаунаһына 10 ер-һыу хайуандары төрө, һөйрәлеүселәрҙең — 7 төрө, 215 төр ҡош һәм 54 төр имеҙеүселәр инә. Башҡортостан Республикаһының ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк осраусы 35 төр ҡош иҫәпләнә.

Күп төр ҡоштар һәм йәнлектәр йәшәй: аҡ ҡуян, аҫ, ҡабан, себер ҡоралайы, үрғуяны, һеләүһен, ябай төлкө, ҡашҡабаш, ҡор, сытырҙаҡ сөрәгәй, тартай, һаҙғыраҡ сөрәгәй, һуна өйрәк. 1960 йылдарҙа бында Татарстандан килтерелгән йофар йәшәүгә яраҡлашҡан. Әлеге ваҡытта һаҙлыҡлы күл участкаларында уның йәшәү эҙҙәре теркәлә. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына ингән ҡама, ялман, ала ҡаҙ, ҡаңғылдаҡ аҡҡош, мөншөгөр, ышылдаҡ аҡҡош, быуа тәлмәрйен йәшәй. БР-ның һәм РФ-ның Ҡыҙыл китаптарына индерелгән урыҫ йофары (выхухоль), бөркөт, көйөлдө, ҙур ҡарағош (подоролик), ҡом һайыҫҡаны төйәкләй[1].

Ҡурсаулыҡ ресурс, фәнни һәм экологик әһәмиәткә эйә[2].