Эстәлеккә күсергә

Дөрдөр тауындағы янтайыусан шыҡтым ҡыуаҡлығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дөрдөр тауындағы янтайыусан шыҡтым ҡыуаҡлығы
урыҫ :Заросли пиона уклоняющегося на горе Дур-Дур
Төп мәғлүмәт
Майҙаны41,9 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты19 июнь 2003 йыл 
Идара итеүсе ойошмаБашҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы 
Урынлашыуы
52°03′40″ с. ш. 56°53′59″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Дөрдөр тауындағы янтайыусан шыҡтым ҡыуаҡлығы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Дөрдөр тауындағы янтайыусан шыҡтым ҡыуаҡлығы

Дөрдөр тауындағы янтайыусан шыҡтым (дөрдөр) ҡыуаҡлығы (рус. Заросли пиона уклоняющегося на горе Дур-Дур) — ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы (2003).

Дөрдөр тауында шыҡтым (дөрдөр) ҡыуағы

Янтайыусан шыҡтымдың[1] аҙ ғына популяцияһы Ейәнсура районы Мәзит ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 5 саҡрым алыҫлыҡта, Оло Уҫаҡлыҡ һәм Сараҡатҡан йылғалары араһында, Дөрдөр төбәгендә һаҡланған. Бер нисә ҡыуаҡлыҡ тау башындағы урманда үҫә. Урындағы халыҡ уны кәртәләп алған. Урман-дала шарттарында бореаль[2] төрҙөң үҫеүе ҙур ғилми ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, был үҫемлектәрҙең голоценда[3] формалашыуының ҡатмарлы тарихы тураһында һөйләй. Башҡа үҫемлектәр йәшәү төрөнә хас булмаған урындарҙа — дөрдөр ҡыуаҡтары көньяҡ битләүе буйлап ҡоро урман ситтәрендә осрай. Янтайыусан шыҡтым — Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән төр.

Тәбиғәт ҡомартҡыһы фәнни һәм тәбиғәтте һаҡлау әһәмиәтенә эйә. Дөйөм майҙаны — 41,9 га. Төп һаҡлау объекттары исемлегенә: шыҡтым (пион) янтайыусан, Литвинов чины, Карелин астрагалы инә[4].

Тянь-Шань тауҙарында ғына осрай торған күп йыллыҡ сәскә Башҡортостанға нисек килеп сыҡҡаны менән бәйле бер нисә легенда бар.

Ҡаҙаҡ ҡыҙы яҙмышына бәйле легенда:

Борон бер ҡаҙаҡ байының бик һылыу ҡыҙы булған. Үҫеп еткәс, нилектәндер ҡаты ауырып киткән. Төрлөсә дауалап, төрлө ергә йөрөтөп ҡарағандар. Ул ҡыҙға башҡорт еренең генә һауаһы килешкән. Атаһы шуның өсөн йәй һайын ҡыҙын беҙҙең яҡтарға алып килгән. Бында ул шәбәйеп китер булған. Ә атаһы менән алып килеп ултыртҡан сәскә беҙгә иҫтәлеккә тороп ҡалған, имеш[5].

Икенсеһе Бөйөк Ебәк сауҙа юлы менән бәйле:

Элек Бөйөк Ебәк сауҙа юлы булған. Ҡытайҙан көнбайышҡа табан унар мең саҡрым юл үтеп, сауҙа итер өсөн каруандар менән сауҙагәрҙәр йөрөгән. Был юл беҙҙең яҡтарҙан да үткән. Ошо сауҙагәрҙәр туҡтап ял итеп, йоҡлап китер өсөн хәҙерге дөрдөр сәскәһе үҫкән ерҙә Аҡ мәсет төҙөгәндәр. Ылауҙарға тейәп, каруандар менән Төркиәнән аҡ кирбес килтергәндәр. Муллаһы ла төрөк кешеһе булған. Хужалыҡтары ҙур, тирмәндәре лә эшләп торған. Сәскәләрҙе лә шулар килтереп ултыртҡан, улар мәсет баҡсаһында үҫкән. Шул ерҙән Мәзит ауылынан Марат Юланов исемле олатай тирмән ташы табып алып ҡайтҡан. Унда әүлиәләр ҡәбере булған. Хәҙер был ерҙәр кәртәләп алынған[5].

Төрөк телендә «дөр», дор — тор, туҡта, тигәнде аңлата икән. Дор- дор, туҡта-туҡта, йәки туҡталҡа мәғәнәһендәлер. Һәм был икенсе легенданың ысынбарлыҡҡа яҡын икәнен дәлилләй[5].

  1. Башҡорт энциклопедияһы /Шыҡтым
  2. Төньяҡ ярымшарҙың тәбиғи шарттарына ҡағылышлы 40- 60° N ҡыҫҡа эҫе йәй һәм оҙайлы һалҡын ҡыш менән
  3. плейстоценды алмаштырған дүртенсел осорҙоң хәҙерге геологик дәүере
  4. Заросли пиона уклоняющегося на горе Дур Дур 0. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).
  5. 5,0 5,1 5,2 Ейәнсура таңдары «Дөрдөр сәскәһе» Фәдис Хәмиҙҙуллин