Эстәлеккә күсергә

Ҡарауылтау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡарауылтау
урыҫ Караул-тау
Характеристикалары
Абсолют бейеклеге273,2[1] м
Урынлашыуы
53°38′46″ с. ш. 56°34′12″ в. д.HGЯO
Страна
РФ субъектыБашҡортостан
Тау системаһыКөньяҡ Урал 
Рәсәй
Красная точка
Ҡарауылтау
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Ҡарауылтау

Ҡарауылтау (урыҫса Караул-тау) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы тау, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Һикәҙе (Егән йылғаһы бассейны) йылғаһының уң ярында, Маҡар ауылынан көнбайышҡа табан 1,2 км алыҫлыҡта, «Ишембай» заказнигы биләмәһендә урынлашҡан. Абсолют бейеклеге 250 м.

Рельефы, геологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Формаһы оҙонсай, битләүҙәре текә, киртләсле. Арти ҡатламы тоҡомдарынан тора.

Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Болонло һәм ҡыуаҡлы далаларҙан, һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙан тора, ултыртылған ҡарағайҙар бар. Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре осрай: таутамыр (мәңге йәшел ҡыуаҡлыҡ), ҡыйғас ҡылған.

Маҡар ауылына ингән ерҙә урынлашҡан. «Шыршы урмандары менән ҡапланған ҙур „һаҡсы-тау“ элек-электән ауылды ҡурғаулап торған. Унда һаҡсылар йәшәгәндәр һәм хәүеф булғанда ҙур усаҡ тоҡандырғандар, шул рәүешле кешеләргә йәшеренергә мөмкинлек биргәндәр». (М. И. Ҡарабаев, Р. Р. Мусин, 2015, 20 Б.). Ошонан исеме — караульная, ҡарауыл тауы (гора- тау).

Ҡурсаулыҡ характеры

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡарауылтау тауы — 1985 йылдан алып дөйөм майҙаны 150 га булған тәбиғәт ҡомартҡыһы[2] ОПТ тәғәйенләнеше: бөтә тәбиғәт комплексын һаҡлау.

Һаҡлау объекттары:

1. Тарихи әһәмиәткә эйә тау.

2. Һирәк осрай торған үҫемлектәр популяцияһы (таутамыр (ике башаҡлы эфедра), ҡыйғас ҡылған һ. б.)

  1. Архивированная копия. Дата обращения: 29 август 2015. Архивировано 11 май 2013 года.
  2. Постановление СМ БАССР от 26.12.1985 No 212

Карабаев М. И., Мусина Р. Р. Микротопонимия села Макарово Республики Башкортостан// Приволжский научный вестник, No 4-2 (44) — 2015, С. 19-21

Топографик карталар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]