Эстәлеккә күсергә

Ишембай районының һаҡланған тәбиғәт биләмәләре исемлеге

Информацион исемлектәр
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишембай районының һаҡланған тәбиғәт биләмәләре исемлеге
Был исемлектә Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе[d]
 Ишембай районының һаҡланған тәбиғәт биләмәләре исемлеге Викимилектә

Ишембай районының һаҡланған тәбиғәт биләмәләре исемлеге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы буйынса әлеге ваҡытта булған һәм булдырырға планлаштырылған һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен (ОПТ) үҙ эсенә ала.

1. Ишембай районы буйынса классик айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең дөйөм майҙаны (ООПТ) (ҡурсыулыҡ-заказник) — 1, тәбиғәт һәйкәлдәре — 15) — 59268 га (перспективалы — 76000 га)

2. Проекттары төҙөлгән һыу һаҡлау зоналары — 3216,4 га

3. Йәшел зоналар — 5019 га

4. Санитар һаҡ округтары — юҡ

5. Бөтә айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең дөйөм майҙаны (ООПТ) — 67503,4 га (перспективалы майҙан 84235,4 га)

6. Урмандарҙың тыйылған участкалары һәм урмандың айырыуса һаҡ участкалары 14907 га

7. Әлеге ваҡытта һаҡланған тәбиғәт биләмәләре (ОПТ) селтәренең дөйөм майҙаны 82410,4 га

8. Проектланыу кимәлендә булған айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең дөйөм майҙаны (ООПТ) («Шүлгән-Таш» ҡурсаулығын киңәйтеү зонаһы — 1, тәбиғәт һәйкәлдәре — 2) — 16732 га

9. Әлеге ваҡытта һаҡланған тәбиғәт биләмәләре (ОПТ) селтәренең һәм проектланыу кимәлендәге айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең ҡушма майҙаны (ООПТ) 99142,4 га

10. Ҡиммәтле тәбиғәт биләмәләренең дөйөм майҙаны (проект эшләү өсөн перспектив зона) 32520 га

11. Берләштерелгән һәм һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең перспектив майҙандарының СОПТ дөйөм майҙаны (берләштерелгән майҙандарҙы алып ташламайынса) 131662,4 га. Раҫланған айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре[1]

Һаҡланған объекттың атамаһы, статусы, булдырылған йылы майҙаны, гектарҙа Һаҡ объекттары һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең тәғәйенләнеше
Ишембай ҡурсыулығы (заказнигы), 1971. 58526 Һунар-һунарсылыҡ кәсебе һәм һирәк осраған хайуардар донъяһы (айыу, һеләүһен, мышы, ҡоралай, һыуһар, дала көҙәне, ондатра, аҡ ҡуян, ҡор, сел, ҡурпысыҡ һәм башҡалар). 1. Һунар-һунарсылыҡ кәсебе хайуандары донъяһын һаҡлау һәм уны бәрәкәтле файҙаланыу.

2. Хайуардарҙың һирәк төрҙәрен һаҡлау.

Туғар-Салған күле һәм уның тирә-яғы. Тәбиғәт һәйкәле, 1985.

100 1. Тәрән һыулы карст күле, ул ҙур ғилми (гидрогеологик) әһәмиәткә эйә. 1. Карст күлен һаҡлау.

2. Тирә-йүндә үҫкән дала үҫемлектәрен тергеҙеү, һаҡлау һәм бәрәкәтле файҙаланыу (мал көтөүҙе кәметеү).

Хажы мәмерйәһе һәм Берғамыт шишмәһе. Тәбиғәт һәйкәле. 1985. 100 1. Бик мөһим ғилми һәм хужалыҡ итеү әһәмиәтенә эйә булған уникаль мәмерйә һәм шишмә. 2. Үҫемлектәрҙең Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүенә хас булған төрҙәре. 1. Бөтә тәбиғәт комплексын һаҡлау һәм урынлы файҙаланыу. 2. Мәмерйә фаунаһын һаҡлау. 3. Биотөрлөлөктө һаҡлау.
Ҡарауылтау тауы. Тәбиғәт һәйкәле, 1985 150 1. Тарихи әһәмиәткә эйә булған тау.

2. Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәренең таралып үҫеүе (ике башаҡлы эфедра, йомшаҡ ҡылған һәм башҡалар).

Бөтә тәбиғәт комплексын һаҡлау.
Ҡолоҡ йылғаһының тирә-яғы. Тәбиғәт һәйкәле, 1985 200 Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүенә хас булған киң япраҡлы ағас өйкөмдәре. Бөтә тәбиғәт комплексын һаҡлау.
Ромадановка йырыны. Тәбиғәт һәйкәле, 1965 мәғлүмәттәр юҡ Фәнни әһәмиәткә эйә булған геологик ҡатламдар. Геологик киҫелештәрҙе һаҡлау.

Ҡуҡрауыҡ шарлауығы

точечн. Матур шарлауыҡ. Шарлауыҡты һәм уны уратып алған тәбиғәтте һаҡлау.

Торатау тауы

42 1. Һыу аҫты ҡаяларынан хасил булып, ошо көнгәсә һаҡланған тау. 2. Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәренең таралып үҫеүе (ике башаҡлы эфедра, йомшаҡ ҡылған, ҡаты япраҡлы ҡыяҡ үлән, энәле япраҡлы ҡәнәфер, урал етене, дөйә һеңере, эре сәскәле аласуҡ, ҡан үләне һәм башҡалар).

3. Типик һәм һирәк осрай торған үҫемлектәрҙең таралып үҫеүе.

1. Бөтә тәбиғәт комплексын һаҡлау.

2. Биотөрлөлөктө һаҡлау. 3. Рекреацион файҙаланыу. 4. Тәбиғәт комплекстарының бик тиҙ ярлылына барыуына бәйле тәбиғәт паркын булдырыу өсөн биләмә.

Ыласын мәмерйәһе (Соколиная) һәм уның тирә-яғы. Тәбиғәт һәйкәле. 1985. 100 Эзбиздән торған мәмерйә, уның тирә-яғын Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүенә хас киң япраҡлы урман уратып алған. 1. Мәмерйәне һәм уның фаунаһын һаҡлау.

2. Район өсөн типик булған киң япраҡлы урмандарҙы һаҡлау.

Кәлим-осҡан ҡаяһы һәм Салауат Юлаев мәмерйәһе . Тәбиғәт һәйкәле, 1985.

100 1. Мәмерйәһе булған матур ҡая. 2. Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫкән урын. 1. Бөтә тәбиғәт комплексын һаҡлау. 2. Биотөрлөлөктө һаҡлау. 3. Рекреацион әһәмиәттә.
Олимпия мәмерйәһе һәм уның тирә-яғы. Тәбиғәт һәйкәле, 1985. 100 Эзбиздән торған мәмерйә, уның тирә-яғын Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүенә хас киң япраҡлы урман уртып алған. 1. Мәмерйәне һәм уның фаунаһын һаҡлау.

2. Район өсөн хас булған киң япраҡлы урмандарҙы һаҡлау.

Егән мәерйәһе һәм уның тирә-яғы. Тәбиғәт һәйкәле. 1985. 100 1. Эзбиздән торған мәмерйә, уның тирә-яғын ҡарағай һәм киң япраҡлы урмандар уртып алған.

2. Ошо төбәккә хас һәм һирәк осрай торған хайуардар һәм үҫемлектәр бар.

1. Мәмерйәне һәм Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүенә хас киң япраҡлы урмандарҙы һаҡлау.

2. Мәмерйә фаунаһын һаҡлау. 3. Биотөрлөлөктө һаҡлау.

Таш-өй мәмерйәһе һәм уның тирә-яғы 100 Эзбиздән торған мәмерйә, уның тирә-яғын Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүенә хас киң япраҡлы урман уртып алған. 1. Мәмерйәне һәм уның фаунаһын һаҡлау. 2. Район өсөн хас булған киң япраҡлы урмандарҙы һаҡлау.
Селтербей-урта-таш уяһы. Тәбиғәт һәйкәле. 1985. 14,5 1. Уникаль шишмә. 2. Һирәк осрай торған үҫемлектәр (шиверекия подольская һәм башҡалар) 1. Бөтә тәбиғәт комплексын тергеҙеү һәм һаҡлау. 2. Шишмәне хужалыҡ мохтажлығына тотоноу.
Ҡыҙыл-таш уяһы 400 1. Ошо төбәккә хас, эталон һәм һирәк осрай торған үҫемлектәр (ҡаяла үҫә торған ҡарағайҙар, дала ҡарағай урманы, киң япраҡлы уриман биләмәһе).

2. Хайуан һәм үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәренең һаҡланыуы (аҡтамыр (отогнутоостый), шиверекия подольская, дөйә һеңере (Клера) һәм башҡалар.).

1. Бөтә тәбиғәт комплексын һаҡлау. 2. Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүенә хас булған һәм яҡын тирәләге айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре экосистемаларының арауыҡ һәм экологик бәйлелеген тәьмин итеү.
Алатау тауы участкаһы һәм «Ресторан» шишмәһе. Тәбиғәт һәйкәле, 1985. 200 1. Хужалыҡ итеү әһәмиәтенә эйә булған һыу сығанағы. 2. Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүенә хас киң япраҡлы урман. 1. Бөтә тәбиғәт комплексын һаҡлау. 2. Һыу сығанағын хужалыҡ мохтажлығына файҙаланыу.
Ағиҙел йылғаһы бассейнындағы һыу һағы зоналары. 1992. 3216,4 Уйһыулыҡтарға хас тәбиғәт һәм ярымтәбиғәт экосистемалары. Ер аҫты һыуҙарҙын, һыуҙы һаҡлау әһәмиәтенә эйә.

Тәҡдим ителгән урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ҡыҙҙар-Ҡарауыл — Башҡортостандың Ишембай районындағы ҡиммәтле тәбиғәт биләмәләренә ҡараған  уя. Тәбиғәт һәйкәле булырға тейеш, майҙаны 590 га. Урынлашыуы: Маҡар урман хужалығы, Ишембай урманлығы, кв. 20-21

Постановление Совета Министров Башкирской АССР от 26.12.1985 N 212 «Об охране дикорастущих видов растений на территории Башкирской АССР» (вместе со «Списком растений, сбор которых запрещен на территории Башкирской АССР», «Перечнем дикорастущих видов растений, сбор которых запрещен в зеленых зонах городов, рабочих поселков и других населенных пунктов», «Перечнем государственных памятников природы по охране дикорастущих растений на территории Башкирской АССР»)

  1. CD Econet 2014 йыл 14 июль архивланған.