Ҡуҡрауыҡ шарлауығы
Кук-Караук | |
---|---|
башҡ. Күк-Ҡарауыҡ | |
![]() | |
Страна | |
Регион | Башкортостан |
Район | Ишембай районы |
Йылға | Ҡуҡрауыҡ |
Бейеклеге | 12 м |
Ҡурсаулыҡ зонаһы | |
Водопад Кук-Караук (Водопад Кукраук)[1] | |
Категория МСОП | III (Тәбиғәт ҡомартҡыһы) |
Профиль | гидрологик |
Статус | реорганизован |
Ойошторолған ваҡыты | 17 август 1965 йыл |
Бөтөрөлгән ваҡыты | 27 август 2014 йыл |
![]() |
Ҡуҡрауыҡ (халыҡ телендә Күккүкерәүек) (рус. Кук-Караук) — Башҡортостандың Ишембай районы Маҡар ауылынан 7 км ситтә урынлашҡан шарлауыҡ 1965 йылдың авгусында Башҡортостандың геоморфогик тәбиғәт ҡомартҡыһы тип таныла. Геологтар, уның тирәһендә ер өҫтөнә сыҡҡан тау тоҡомдарының йәше 500 млн йылдан ашыу, тигән фекергә килгән. Шарлауыҡ Һикәҙе йылғаһына ҡойған Ҡуҡрауыҡ йылғаһында бейек ҡаялар, ҡара урмандар араһында урынлашҡан. Ҡаяларында (урыҫса бирәм) очиток гибридный, төньяҡ вудсия абағаһы, сәскәләре ярайһы уҡ эре булған уймаҡ сәскә кеүек Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән үҫемлектәр ҙә бар[2]. Яҙғы ташҡындар ваҡытында шарлауыҡ бар үҙәнде тыуышы менән тултыра, йәй айҙарында тынып та ҡуя.
Шарлауыҡ 10-12 м бейеклегендәге бер нисә һикәлтәнән тора. Тирә яғындағы тауҙа йүкә, ерек, ҡарама, ҡайын ағастарынан торған урман үҫә.
Ҡаяларҙа бер нисә ваҡ мәмерйә бар. Ҡуҡрауыҡ һәм Һикәҙе йылғалары бер нисә урында ер аҫтына төшөп юғалған урындар бар.
Һикәҙе, Ҡуҡрауыҡ йылғалары буйлап борон Стәрлетамаҡ—Белорет тракты үткән. Уның күперҙәре әле лә һаҡланып ҡалған.
Һикәҙе йылғаһы ярында Кәлимосҡан тигән бейек ҡаяла Салауат Юлаев мәмерйәһе бар. Әммә бына ҡасандар Салауат Юлаев булып киткән урын түгел, «Салауат Юлаев» фильмын төшөргән урын.
Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Шарлауыҡҡа Р316 Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск автомобиль юлы аша барырға мөмкин.
Гидронимия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Шарлауыҡ тауышы күк күкрәүе тауышы сығарғанға күрә шулай аталған.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Водопад Кук Караук Водопад Кукраук (билдәһеҙ). — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
- ↑ Ҡуҡрауыҡ шарлауығы">Зуфар Карамышев «Село Макарово», ТИЦ — филиал ГУП РБ ИД "Республика Башкортостан", 1995 — 2002. стр. 207
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Рәсәй-Башҡортостан» телеканалында фильм(недоступная ссылка)
башҡорт телендәге сығанаҡтар
- Ҡуҡрауыҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
урыҫ телендәге сығанаҡтар
- Клуб путешественников 2011 йылдың 10 август көнөндә архивланған.
- Удивительная Башкирия
- Управление Федеральной службы по надзору в сфере природопользования (Росприроднадзора) по Республике Башкортостан 2007 йылдың 27 декабрь көнөндә архивланған.
- Система охраняемых природных территорий Республики Башкортостан 2014 йылдың 14 июль көнөндә архивланған.
- [1], [2], [3], [4] 2014 йылдың 17 июль көнөндә архивланған. — фото
- картина В. П. Денисова, пейзаж
- Категория МСОП III
- Алфавит буйынса махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре
- 1965 йылда барлыҡҡа килгән махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре
- Үҙгәртеп ҡоролған махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре
- Алфавит буйынса шарлауыҡтар
- Ишембай районы географияһы
- Ишембай районының иҫтәлекле урындары
- Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары
- Башҡортостан шарлауыҡтары