Мүклеһаҙ һаҙлығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мүклеһаҙ һаҙлығы
Категория МСОПКатегория III (Тәбиғәт ҡомартҡыһы)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны3,6 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты26 сентябрь 2018 йыл 
Урынлашыуы
55°21′16″ с. ш. 54°23′03″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Мүклеһаҙ һаҙлығы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Мүклеһаҙ һаҙлығы

Мүклеһаҙ һаҙлығы (рус. болото Муклесаз[1]) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Илеш районы биләмәһендә урынлашҡан комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы (2018). Һаҙлыҡ майҙаны — 3,6 гектар, ә һаҡлау зонаһының майҙаны — 6,3 гектар.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мүклеһаҙ һаҙлығы Башҡортостан Республикаһы Илеш районы Ҡәҙер ауылынан көнбайышҡа табан 200 метр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 18 сентябрҙәге «Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил, Ауырғазы, Бишбүләк, Бөрө, Илеш, Ишембай, Кушнаренко, Миәкә һәм Учалы райондарында Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт объекттарын һәм тәбиғәт ҡомартҡыларын иғлан итеү тураһында» 474-се ҡарарына ярашлы Мүклеһаҙ һаҙлығы комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә була[1].

Һаҡ зонаһы сиктәрен һүрәтләү:

  • төньяҡтан — 55°21’21,93" (төньяҡ киңлек), 54°1’59,3" (көнсығыш оҙонлоҡ);
  • көньяҡтан — 55°21’9,91" (төньяҡ киңлек), 54°2’15,16" (көнсығыш оҙонлоҡ);
  • көнбайыштан — 55°21’17,56" (төньяҡ киңлек), 54°1’56,43" (көнсығыш оҙонлоҡ);
  • көнсығыштан — 55°21’17,16" (төньяҡ киңлек), 54°2’19,28" (көнсығыш оҙонлоҡ);
  • тәрәнлеге — 35 м.

Һаҙлыҡта һирәк осраған үҫемлек — бәләкәй ҡыуыҡлы үлән үҫә.

Мүклеһаҙ һаҙлығында хужалыҡ һәм башҡа эшмәкәрлеккә индерелгән төп сикләүҙәр:

  • етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтарын, ағыулы химикаттарҙы туплау, эшкәртеү, утилләштереү һәм күмеү урындарын урынлаштырыу;
  • зыярат, мал үләкһәләре урынлаштырыу;
  • етештереү объекттарын урынлаштырыу;
  • файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу;
  • тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлауҙы теләһә ниндәй боҙоуға килтереүсе башҡа эшмәкәрлек.

Әйтергә кәрәк, тыйыу режимы махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең сиктәре сиктәрендә тәүге һыулы горизонттың төбөнә тиклем ғәмәлдә була.

Тәбиғәттән файҙаланыуҙың һәм башҡа хужалыҡ эшмәкәрлегенең төп рөхсәт ителгән төрҙәре:

  • тәбиғи комплекс территорияһына химик бысраныу хәүефе булмағанда һәм йәмәғәт экологик экспертизаһы үткән осраҡта капиталь төҙөлөш, шул иҫәптән үткәргес торбалар һалыу;
  • емеш-еләк йыйыу;
  • бесән сабыу;
  • мал көтөү;
  • сәсеү һәм һөрөү эштәрен алып барыу, һунарсылыҡ;
  • баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек алып барыу.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Болото Муклесаз. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).