Эстәлеккә күсергә

Әлйән (тау)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әлйән (тау)
урыҫ :Гора Альян
Төп мәғлүмәт
Майҙаны100,0 гектар 
Уртаса бейеклеге361 м
Нигеҙләнгән ваҡыты19 июнь 2003 йыл 
Урынлашыуы
51°50′51″ с. ш. 56°46′04″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Әлйән (тау)
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Әлйән (тау)

Әлйән, тау (рус.  Гора Альян) — Һирәк эталон үҫемлектәр бергәлеген һәм биотөрлөлөктө һаҡлау маҡсатында 2003 йылдан төбәк әһәмиәтендәге комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә.

Тәбиғәт үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ейәнсура районы Абҙан ауылынан көнбайышҡа табан 2 саҡрым алыҫлыҡта Әселе йылғаһы [1] һул ярында урынлашҡан. Иң ҙур бейеклеге — 361 метр. Дөйөм майҙаны — 100 га. Формаһы һуҙынҡы. Мәмерйәләрҙән тора, битләүҙәре текә. Тауҙы барлыҡҡа килтергән тоҡомдар әселе ярусының терәк киҫелеше булып тора. Ландшафтын көлһыуланған ҡара тупраҡтағы ҡылғанлы, ташлы, ҡыуаҡлы һәм болонло далалар тәшкил итә.

Бында үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре осрай: Биберштейн тюльпаны, Гельм астрагалы, Коржинский ҡылғаны, көмөш тәңкәғуҙаҡ, тарбаҡай татыр билсәне, сыбар сәскә, эйелеүсән ләлә (тюльпан), тәпәш ирис, бүлбеле бесәй үләне, ҡаурый ҡылған һ.б.

Хайуандар донъяһы иртә үҙләштерелә. Һыуыр колониялары, ҡоралайҙар, мышылар осрай. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һыуыр (сурок) йәшәй.

Тәбиғәт ҡомартҡыһы практик, экологик, фәнни, мәҙәни һәм эстетик әһәмиәткә эйә.

  1. Һаҡмар йылғаһы бассейны