Асҡар ауылы эргәһендә һары умырзая популяцияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Асҡар ауылы эргәһендә һары умырзаяның популяцияһы
урыҫ : государственный природный ботанический заказник, Популяция горицвета весеннего у с. Аскарово
Төп мәғлүмәт
Майҙаны100,0 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты22 май 1970 йыл 
Урынлашыуы
58°22′17″ с. ш. 58°24′12″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Асҡар ауылы эргәһендә һары умырзаяның популяцияһы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Асҡар ауылы эргәһендә һары умырзаяның популяцияһы

Асҡар ауылы эргәһендә һары умырзая популяцияһы (рус. Популяция горицвета весеннего у с. Аскарово) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы биләмәһендәге дәүләт ботаник тәбиғәт заказнигы. Майҙаны 100,0 гектар[1].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәбиғәт заказнигы Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының Асҡар ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 7 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1970 йылдың 22 майындағы 234-се «Башҡорт АССР-ында ҡиммәтле дарыу үҫемлектәренең ҡыуаҡлыҡтарын һаҡлау тураһында»ғы ҡарары менән айырым һаҡланыусы ботаник тәбиғәт заказнигы статусы бирелә[2].

Һаҡ зонаһы сиктәре: Заказник Әбйәлил урман хужалығы дәүләт учреждениеһының Ҡаҙмаш участка урмансылығының 17-се кварталын биләй.

  • төньяҡтан — 53°22’32,35’’ (төньяҡ киңлек), 58°23’23,99’’ (көнсығыш оҙонлоҡ);
  • көньяҡтан — 53°22’26,23’’ (төньяҡ киңлек), 58°25’2,78’’ (көнсығыш оҙонлоҡ);
  • көнбайыштан — 53°21’53,58’’ (төньяҡ киңлек), 58°24’58,93’’ (көнсығыш оҙонлоҡ);
  • көнсығыштан — 53°21’57,64’’ (төньяҡ киңлек), 58°23’18,70’’ (көнсығыш оҙонлоҡ).

Мәскәү ботанигы А. П. Пошкурлат тәҡдиме буйынса ҡиммәтле дарыу үҫемлеген — яҙғы умырзаяны һаҡлау маҡсатында ойошторолған. Заказник теҙемле-убалы рельефлы, һирәк осрай торған йылға селтәре булған, йоҡа ҡатламлы ташлы һәм эрозияланған тупраҡлы Ҡырҡтытау һыртының түбәһендә һәм көнбайыш макробитләүендә урынлашҡан. Районда күлдәр күп, улар араһында заказникка иң яҡыны — Сыбаркүл. Ландшафы ҡайын урман-далаһынан ғибәрәт, уның күпселек өлөшө болонло һәм төрлө үлән-ҡылған-типсәкле далаларға тура килә. Ҡайын сауҡалыҡтары һырттарҙың төньяҡ битләүҙәренә, шулай уҡ үҙән төбөнә тура килә, уларҙа ҡайынлыҡтар төрлө үләнле-ҡыяҡлы болондар, күрәнле-ҡыяҡлы һаҙлыҡтар менән аралаша һәм өҙөк-өҙөк ерек урманы менән оҙатыла. Дала участкаларының төрлө үләндәре составында яҙғы умырзая — популяцияһы яҡшы торошта булған ҡиммәтле дарыу үҫемлеге бар, быға бындағы уртаса кимәлдә йылҡы көтөү ныҡ булышлыҡ итә.

Яҙғы умырзая менән бер рәттән бында был зоналағы ғәҙәти башҡа дарыу үләндәре лә үҫә: мәтрүшкә, кейәү үләне, Һары мәтрүшкә һәм башҡалар. Бынан тыш, заказник биләмәһендә Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына (2011) индерелгән Залесский ҡылғаны, ҡаурый ҡылған һәм башҡа һирәк осраған үҫемлек төрҙәре лә осрай[1].

Әһәмиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ботаник тәбиғәт заказнигы ресурс һәм фәнни әһәмиәткә эйә. Һыйыр малы һәм һарыҡ көтөү, яҙғы умырзая үҫкән урындарҙа ағас ултыртыу, дарыу үҫемлектәрен сәнәғәт йыйыу, яҙғы умырзая әҙерләү, шул иҫәптән шәхси кешеләргә лә тыйыла. Шулай уҡ яҙғы умырзая популяцияһы торошоноң насарайыуына килтереүсе һәр төрлө башҡа хужалыҡ эшмәкәрлеге тыйыла[1].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]