Асы минераль сығанаҡтары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Асы минераль сығанаҡтары
ИлРәсәй Рәсәй
РегионБашҡортостан
РайонБелорет районы
Асы минераль сығанаҡтары (Рәсәй)
Асы минераль сығанаҡтары (Башҡортостан Республикаһы)

Ҡалып:ВО:Общие проверки

Асы минераль һыу сығанаҡтары — Башҡортостандың Белорет районында федераль кимәлендәге[1]гидрогеологик тәбиғәт ҡомартҡыһы. Туҙйылға гөрләүегенең һул яҡ яры буйлап ер өҫтөнә 17 шишмә сыға, уларҙың ун дүртендә һыу минералланған. Сығанаҡтар тирәһендә минераль батҡаҡлы тоҙло һаҙлыҡ барлыҡҡа килгән. Шишмәләр карстлы. Иң ҡеүәтле шишмәнең дебиты — 840 л/сәғ. Ҡалған сығанаҡтарҙың дөйөмләштерелгән дебиты — тәүлегенә яҡынса 900 литр[1]. Асы минераль сығанаҡтары Олотау тау битендә урынлашҡан[2]. Шишмәләр бер ни тиклем газ сығаралар, уның составында күпселектә азот, углекислый газ, кислород, көкөртлө водород[2].

Һыу горизонты —протерозойҙың өҫкө катав свитаһының сатнаңҡыраған эзбизташы.

Гидрохимик составы буйынса сығанаҡтарҙағы хлорид-натрий-кальций төрөнә ҡарай. Һыуҙа шулай уҡ ион сульфаты, калий, кремний кислотаһы, тимер, литий, стронций, марганец бар[1].

Һыуҙың минераллашыу кимәле буйынса шишмәләр бер төрлө түгел. Беренсе төркөм шишмәләрендә хлорид — натрийлы яҡынса 15 градус температуралы һыуы ныҡ минераллашҡан, икенселәрендә — 8 градусҡа яҡын температуралы һәм сульфаттары көсәйтелгән эстәлекле хлорид — гидрокарбонатлы аҙ минераллашҡан һыу[1].

Беренсе тасуирламаны 1889 йылда академик Ф. Н. Чернышев яһай. 1901 йылда Белорет больницаһының табибы Эрман һыуҙың пробаһын тикшереү өсөн Берлин Университетына ебәрә. Химик составы буйынса ул Германияла билдәле булған Киссенгок сығанаҡтарына яҡын булып сыға.

Асы минераль һыу сығанаҡтары Асы курортында санатор дауалауҙа ҡулланыла.

Элегерәк «Ассинская»[3] сауҙа маркаһы аҫтында шишәләргә ҡойолған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]