Салауат Юлаев мәмерйәһе
Салауат Юлаев мәмерйәһе | |
Нигеҙләү датаһы | 1985 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Салауат Юлаев мәмерйәһе — Башҡортостандың Ишембай районындағы мәмерйә. 1940 йылда режиссер Яков Протазанов хәҙерге Ишембай районының (1965 йылдың 14 ғиуарына тиклем Маҡар районы) Маҡар ауылы янында башҡорт батыры Салауат Юлаев тураһында «Салауат Юлаев» фильмын алдында ҙур аҡланы булған мәмерйә янында төшөрә[1]. Шунан башлап халыҡ ауылдан 9 км алыҫлыҡта ятҡан урындағы тәбиғәт ҡомартҡыһын Салауат Юлаев мәмерйәһе тип атай башлай.
Физик-географик ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1985 йылда Салауат Юлаев мәмерйәһе Кәлимосҡан ҡаяһы менән берлектә комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы тип таныла. Ул Ҡыҙылташ һыртының Кәлимосҡан ҡаяһында эзбиз ултырмаларында хасил булған. Мәмерйәнең ауыҙы көнсығышҡа ҡарап тора һәм ҡая янынан ағып ятҡан Һикәҙе улағынан 6 метр бейеклектә урынлашҡан. Әммә йылға һыуы тик яҙын ғына шарлап ағып ята, ә июнь айы урталарында, ҡаяға етәрәк 1 км ара ҡалғас, йылға һыуы эзбиз ултырмаларындағы ярыҡтар аша ер аҫтына инеп юғала һәм бер нисә йөҙ метрҙан, киренән ер өҫтөнә сығып, ағыуын дауам итә[2].
Салауат Юлаев мәмерйәһе өс ҡатлы (баҫҡыслы), түбәнге ҡаты урта һәм үрге ҡаттарға ҡарағанда киңерәк. Уның бейеклеге ингән урында 7 — 10 метрға етә. Һул яҡҡа табан мәмерйә иҙәне бер аҙ күтәрелә һәм унан ҙур булмаған залға инеү урыны күренеп тора. Залдың түшәмендә диаметры 1 метр тирәһе булған вертикаль инеү урыны бар. Тап шул урындан икенсе ҡатҡа күтәрелергә мөмкин. Икенсе ҡаттан бик тар ярыҡ (диаметры 60 — 70 сантиметр) аша өсөнсө ҡатҡа күтәрелергә була[2].
Мәмерйәнең дөйөм оҙонлоғо 35 метр, тәрәнлеге 6 метр. Мәмерйә бик ҡоро, аяҡ аҫтында балсыҡ менән ҡырсынташ аралаш ята. Инеү урынынан уң яҡта түшәмдә ғәйәт ҙур өң күренеп тора, бәлки, унда ла өҫкә күтәрелеү юлы барҙыр[2].
Мәмерйәгә ҡая стенаһында сығып торған таштарға баҫып инергә була, был маҡсатта ҡулдан эшләнгән ағас баҫҡысты ла ҡулланырға мөмкин. Беренсе ҡатта яҡты, шуға унда фотоға төшөү ҙә уңайлы. Ә өҫкө ҡаттарҙы күрергә теләүселәргә спелеолог кәрәк-яраҡтары талап ителәсәк[2].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алыҫлығы:[3]
- Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 62 км. Мәмерйәгә «Ишембай ҡалаһы — Ҡолғона ауылы» маршрут автобусында барырға була.
- Маҡар ауылына тиклем 9 км.
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ): 60 км[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%9A%D3%99%D0%BB%D0%B8%D0%BC%D0%BE%D1%81%D2%A1%D0%B0%D0%BD_%D2%A1%D0%B0%D1%8F%D2%BB%D1%8B
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 >Овсянникова М. М., Кулясова А. Е. «ТУРИСТИЧЕСКИЕ МАРШРУТЫ Ишимбайского района Республики Башкортостан». — Уфа: Информреклама, 2012. — С. 30—32. — 74 с. — 500 экз.
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Ишимбайская энциклопедия. (Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015 г., стр. 656. 3000 экз.)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишимбайская энциклопедия. (Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015 г., стр. 656. 3000 экз.).
- Овсянникова М. М., Кулясова А. Е. «ТУРИСТИЧЕСКИЕ МАРШРУТЫ Ишимбайского района Республики Башкортостан» (Уфа, Информреклама, 2012 г., стр. 80, 500 экз.).
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.