Һикәҙе (Егән ҡушылдығы)
Һикәҙе | |
![]() | |
Ҡайҙа ҡоя | Егән |
---|---|
Ҡушылдыҡ | Ҡуҡрауыҡ (Һикәҙе ҡушылдығы) |
Водосборный бассейн | Волга бассейны[d] |
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Оҙонлоҡ | 46 километр |
![]() |
Һикәҙе — Башҡортостандың Ишембай районындағы йылға, Егән йылғаһы ҡушылдығы. Йылға системаһы: Һикәҙе → Егән → Ағиҙел → Кама → Волга[1]. Йылғаның оҙонлоғо — 46[2] км.Һыу йыйыу бассейны майҙаны— 253[2] км². Инеше Алатау һыртының көнбайыш яҡ итәгендә.
Төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайшыҡа табан аға, Шемәк тауы янында йүнәлешен ҡырҡы үҙгәртеп, көньяҡҡа табан аға. Ҡаранйылға тамағында төньяҡҡа табан борола, Маҡар ауылы янынан көнбйышҡа табан Ишембай районы буйлап ағып, Егән йылғаһына уның тамағынан 60 км ҡалған ерҙә уң яҡтан барып ҡушыла (155 м бейеклектә).
Һикәҙе буйынан Стәрлетамаҡ− Магнитогорск (Р316) юлының бер өлөшө үтә.
Йылға буйындағы һоро урман тупрағында киң япраҡлы урман үҫә.
Ҡушылдыҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡушылдыҡтары исемлеге[1]: Баталалма, Ереклейылға, Ҡаранйылға, Ҡарсыйылға, Ҡасҡынйылға, Ҡыҙыл, Ҡуҡырауыҡ (Кук-Ҡарауыҡ), Сауҡайорт, Һыуалған, Үръяҡялан, Ҡолоҡ шишмәһе.
Күкерәүк йылғаһы Һикәҙегә шарлауыҡ булып ҡушыла.
Йәйгеһен, ҡушылдыҡтары ҡорой башлағас, йылға урыны менән ҡорой, һуңыраҡ ер аҫтына китеп юғала, тик Кәлим осҡан ҡаяһы янында ғына ер өҫөтөнә сыға. Йылға төбө ташлы- эреле-ваҡлы суйырташтарҙан тора.
Йылға буйында Маҡар ауылы ултыра.
«Һикәҙе»- «һитә» (перга, цветень, хлебина) һәм –ҙе ялғауы ҡушылып яһалған атама.
Топографические карты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Карта бите N-40-XXI. Масштаб: 1 : 200 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 KIIQ: N2501 / Сикася (рус.) (2010-01-16). Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 февраль 2013. 14 апрель 2019 тикшерелгән.
- ↑ 2,0 2,1 «Һикәҙе (Егән ҡушылдығы)» — информация об объекте в Государственном водном реестре