Егән
Егән | |
---|---|
![]() Егән ауылы янында | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 98 км |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Координаталар | 53°34′30″ с. ш. 56°49′18″ в. д.HGЯO |
· Урынлашыуы | Ҡолғона ауылынан 6 км көнбайышҡа |
· Бейеклеге | 567 м |
Тамағы | Ағиҙел |
· Бейеклеге | 110 м |
· Координаталар | 53°34′30″ с. ш. 56°49′18″ в. д.HGЯO |
· Координаталар | 53°50′50″ с. ш. 56°13′41″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Каспий диңгеҙе |
Ил | ![]() |
Регион | Башҡортостан |
РДҺР | 10010200712111100018470 |
Егән Викимилектә |
Егән (рус. Зиган) — Башҡортостандың Ишембай һәм Ғафури райондарындағы йылға, Ағиҙелдең уң ҡушылдығы. Йылға системаһы: Егән → Ағиҙел → Кама → Волга.
Алатау һыртының көнбайыш яғынан баш ала. Шишмәһе Ҡолғона ауылынан көньяҡ-көнбайыштараҡ 6 км алыҫлыҡта. Көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа табан Ишембай, Ғафури райондары буйлап ағып, Ағиҙел йылғаһына уң яҡтан барып ҡоя (Ағиҙел тамағынан 693 км үрҙәрәк).
Оҙонлоғо-98 км. Бассейн майҙаны- 155 кв. км.
Бик бейек булмаған тауҙарҙа аға. Яҡын тирәһендә карст бушлыҡтары күп.
Йылғаның үрге өлөшө Бағаряҙы, Баш Алатау, Биктәр кеүек һырттар янында ята.
Йылға тирә-яғында (ландшафт)- һоро урман тупрағында үҫкән киң япраҡлы урмандар. Йылға бассейнындағы ерҙәрҙең 25% һөрөлгән.
Егән йылғаһы буйында Оло Урпан, Ҡарағолҡаршы,Киндерле, Урта Утар, Торф һаҙлығы, Завод Яланы тип атап йөрөтөлгән урындар бар.
Егән буйында Ишембай районының Зигановка (Егән), Ғүмәр (Бүжә), Ишем, Ҡалмаҡлар (Өмөтбай), Подгорный ауылдары урынлашҡан.
Йылғаның һул яҡ текә ярында, Ғүмәр ауылынан көньяҡ- көнсығыштараҡ 4 км алыҫлыҡта Ваҡ Карағай Ҡаршы (Зигановка) мәмерйәһе бар. 1985 йылдан алып уға Тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелгән.
Ҡушылдыҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Егәнгә күп йылғалар ҡушыла. Уртаса ҙурлыҡтағылары[1]
- Аҡһаҡбуй
- Береш
- (Утйылға)
- Һикәҙе
- Рәүҙәк
- Ҡыяуыҡ
- Ҡарламан
- Шиҙе
- Шығай
- Ҡантүбә (Хантүбә)
- Ҡарасәй
- Кугзя-Яхан
- Кесе Егән
- Муйнаҡ
- Туҡмаҡ
- Угойкан
- Узкий Сар
- Япаш
Фоторәсемдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Cығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- GIS-Lab: Геоинформационные системы — Камский бассейновый округ 2013 йылдың 19 июль көнөндә архивланған.
- Перечень рек длиной 10 и более километров, протекающих по территории республики Башкортостан
- Егән
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ KIIQ | N2501 / Зиган 2014 йылдың 27 июль көнөндә архивланған.