Эстәлеккә күсергә

Ҡолғона

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡолғона
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ишембай районы

Координаталар

53°35′ с. ш. 56°56′ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 231 845 001

ОКТМО коды

80 631 445 101

ГКГН номеры

0524022

Ҡолғона (Рәсәй)
Ҡолғона
Ҡолғона
Ҡолғона (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡолғона
Ҡолғона (Ишембай районы)
Ҡолғона


Ҡолғона (рус. Кулгунино) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 774 кеше[1]. Ҡолғона ауыл Советының административ үҙәге. Почта индексы — 453233, ОКАТО коды — 80231845001.

Оло Шешәнәк йылғаһы буйында урынлашҡан.

Алыҫлығы:[2]

Йылға Оло Шешнәк

Йылға Оло Шешәнәк

Ауылға Ҡолғона Дәүләтов нигеҙ һалған, уға 1816 йылда 94 йәш булған. Уның балалары билдәле: Алсынбай, Бустубай, Имелбай.

1795 йылда ауыл 90 кеше йәшәгән 27 йорттан тора, 64 йылдан һуң — 180 кеше һәм 20 йорт була.

1920 йылда ике Ҡолғона ауылы була: беренсеһендә (Ҡалғаһау) — 294 кеше һәм 53 йорт, икенсеһендә — 61 хужалыҡ (1925); улар бер-береһенән ике саҡрым алыҫлыҡта була.

Борон ауыл халҡының төп кәсебе урман, малсылыҡ, һөнәрселек менән бәйле булған. 1839 йылда 294 кеше йәшәгән 40 йортта 205 ат, 305 һыйыр, 88 һарыҡ, 20 кәзә, 6 умарта, 18 солоҡ иҫәпләнә. Хәрби губерна властарының был ауылда башҡорттар араһында игенселекте булдырыу буйынса мәжбүри саралары әлегә тиклем ғәмәлдә булмаған. Губернаторҙың бойороғон — йән башына кәм тигәндә 2-3 бот иген сәсеү — халыҡ үтәмәй: орлоҡтар, ауыл хужалығы ҡорамалдары булмай. 1842 йылда бында ни бары 72 бот көҙгө ашлыҡ сәселә[3].

1980-се йылдарҙа ауылға электр һәм нефть сығарыу килә. Үтә тәрән скважина быраулана, унда 2707-3140 м тәрәнлек диапазонында Зигәлгә свитаһы асыла[4]

Мәсет булған. 1906 йылда шулай уҡ 3 бакалея кибете теркәлгән. Ауыл эргәһендәге Алатау һырты участкаһы — тәбиғәт ҡомартҡыһы. 2011 йылдың 4 октябрендә Ҡолғона ауылында һыу үткәргес асыу тантанаһы үтә, был шулай уҡ хәҡимиәт көнөнә тап килә.

Ауылдың бөгөнгөһө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Ҡолғона ауыл Советының үҙәге. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар (100 %) йәшәй[5]. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[6]. Яңы социаль-мәҙәни үҙәккә 2014 йылдың көҙөндә нигеҙ ташы һалына. Ике йыл төҙөлгәс, яңы уҡыу йылына бина әҙер була. Ике ҡатлы бина 300 кешене һыйҙыра ала. Ҙур залда концерттар һәм спектаклдәр ҡуйырға мөмкин. Ошонда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинды яҡташтары 85 йәшлек юбилейы менән тәбрикләне. Спорт зылы, хореография залы, һынлы сәнғәт бүлмәһе һәм музей ойошторолған. Социаль-мәҙәни үҙәктә бөтә ғаилә менән ял итергә була. Ата-әсәләр түңәрәктәргә килһә, балаларын ошо бүлмәлә ҡалдыра ала. Бында кескәйҙәр шахмат, шашки, хоккей һәм футбол уйнай ала. Үҙәк күп функциялы. Кешеләргә уңайлы булһын өсөн бында почта, полиция бүлеге һәм ауыл биләмәһе хакимиәте урынлашҡан[7].


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 538
1959 йыл 15 ғинуар 742
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 845
2002 йыл 9 октябрь 821
2010 йыл 14 октябрь 774 389 385 50,3 49,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урам исеме[8]:

  • Йылға урамы (рус. улица Речная)
  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Тау урамы (рус. улица Горная)
  • Үҙәк урамы (рус. улица Центральная)
  • Комсомол урамы (рус. улица Комсомольская)
  • 1-се Май урамы (рус. улица Первомайская)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы)
  • Яңы ауыл урамы (рус. улица Новоселья)
  • Йәшел урамы (рус. улица Зеленая)
  • Дауахана урамы (рус. улица Больничная)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)

Ауыл эргәһендәге ер-һыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл аша [[Р316 (автомобиль юлы)|Р316 Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск автомобиль юлы]] үтә.

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. Кулгунино
  4. [http://www.uran.ru/structure/institutions/igg/Lithology/publics/VUO/glava3.htm 3 бүлек