Саҡыйтау
Саҡыйтау | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Саҡыйтау— Башҡортостандың Ишембай районының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге тау. Ишембай районы Ҡолғона ауылынан 7,5 км төньяҡтараҡ Оло Шешәнәк йылғаһының уң яҡ ярында ята. Иң яҡын ауыл — Иҫке Һәйет тауҙын 2 км көньяҡтараҡ урынлашҡан.
Иң бейек нөктәһе- 503,4 м. Битләүҙәре һөҙәк, көнбайыш яҡтағы текә тау итәгендә йылға аға. Саҡыйтау тирә-яҡлап бәләкәй йылғалар менән уратып алынған утрауҙы хәтерләтә.
Тау тоҡомо ҡомташтар, алевролиттар һәм рифей һәүерташтарынан тора. Тау өҫтөн һәм тирә яҡын имән ҡатыш йүкә урмандары ҡаплаған.
«Саҡыйтау» атамаһы «саҡый» һәм «тау» һүҙҙәренән алынған. «Саҡый» — кеше исеме тигән фараз бар, «һаҡ кеше». Икенсе фаразға ярашлы «саҡай» ҡыпсаҡ телендә — «һаҡ булыу» мәғәнәһендәге һүҙ, тимәк ҡарауыл тауы. Ҡолғона, Иҫке Һәйет ауылы халҡы сығышы менән гәрәй-ҡыпсаҡ ырыуына ҡарай.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 487. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.