Ҡаратүбә (Ишембай районы)
Уҡыу көйләүҙәре
Ҡаратүбә — Башҡортостандың Ишембай районындағы тау. Баталалма менән Кесе Һикәҙе (Һикәҙе йылғаһы бассейны) йылғалары араһында ята.
Иң бейек нөктәһе — 687 м. Билтәүҙәре һөҙәк, көньяҡ-көнбайыш битләүе текә.
Ҡаратүбәнән көнсығышта көньяҡтан төньяҡҡа табан Алатау һырты һуҙылған. Тауҙан төньяҡ-көнбайыштараҡ Ҡыстырлаҡарҡа тауы ята. Ишембай ҡурсыулығы Ҡаратүбәнең көнбайыш итәгенән, Баталалма йылғаһының Һикәҙегә ҡойған ерҙәрҙә башлана.
Ҡолғона ауылынан төньяҡ-көнбайыштараҡ һәм Иҫке Һәйет ауылынан көньяҡ-көнбайыштараҡ 11 км тирәһе алыҫлыҡта ята. Тау тоҡомо һәүерташтар, рифей ҡомташтарынан тора.
«Ҡаратүбә» атамаһы «ҡара» һәм «түбә»(тау) һүҙҙәренә алынған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 291. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.