Алатау (һырт)
Алатау | |
53°49′54″ с. ш. 57°02′40″ в. д.HGЯO | |
Ил | ![]() |
Регион | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Оҙонлоғо | 40 км |
Киңлеге | 5 км |
Иң юғары нөктәһе | 845 |
Алатау — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.
Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ишембай һәм Белорет райондары буйлап Үрек йылғаһының үрге ағымынан Оло Шешәнәк йылға (Еҙем йылғаһы ҡушылдығы) тамағына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған.
Оҙонлоғо 40 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 4—5 км, көньяҡ өлөшөнөң — 2—3 км, абсолют бейеклеге 845 м. Алатау — Еҙем һәм Нөгөш йылғалары бассейны һыу айырғысы.
Ете яҫы түбәһе айырылып тора. Төп һырттан ваҡ йылғаларҙың һыу айырғысы булған күп һанлы ваҡ армыттар китә.
Рельефы асимметриялы: көнбайыш битләүҙәре текә, көнсығышы — һөҙәк. Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһының кварцитлы ҡомташтарынан тора. Улар үҙәк һәм төньяҡ өлөшөндә яланғаслана.
Көнбайыш битләү итәктәрен төрлө үләнле урман аҡландары биләй. Өҫтәрәк икенсел ҡарағай-ҡайын урмандары үҫә.
Улар 550 м бейеклектә ҡарағайлы киң япраҡлы (йүкә, урыны менән йыла, имән), түбәләрҙә киң япраҡлы урман менән алмашына.
Көнсығыш битләүҙәрен ҡарағай, шулай уҡ ҡарағас ҡатыш ҡайын-уҫаҡ урмандары ҡаплаған. Һырт түбәләрендә каҙак артышы менән үҫемлектәрҙең таулы урман-дала төрө таралған.
18 быуаттың 2‑се яртыһынан алып урмандары Вознесенка (Ырғыҙлы) заводында файҙаланыла, был уларҙың төрҙәр составының үҙгәреүенә килтерә (ылыҫлы ағастар урынында икенсел уҫаҡ һәм ҡайын урмандары барлыҡҡа килә).
Топонимика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тау алыҫтан ала булараҡ күренеп тора. Шуға ла Алатау тип аталған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- И.М.Япаров , Тәржемәсе И.М.Япаров / Алатау (һырт) // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- [1]