Билгеләр

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Билгеләр
Координаты: пропущена долгота
Ил
РегионБашкортостан
РайонНуриман районы
Оҙонлоғо0,017 км
Майҙаны3,67 км²

Билгеләр — шул уҡ исемле карстлы күл һәм һаҙлыҡты үҙ эсенә алған комплекстан торған төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы[1].

Исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билгеләр күлен изге тип атайҙар. «Билге» һүҙе «тамға», «билге», «билдә», «ин», «инәү» кеүек башҡорт теленән.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билгеләр күле һәм шул уҡ исемле һаҙлыҡ Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенең төньяҡ өлөшөндә, Нуриман районы Нимесләр ауылынан көнбайышҡа табан 1,8 км алыҫлыҡта, Иҫтерек ауылы эргәһендә урынлашҡан. Күлдең оҙонлоғо яҡынса 15-17 метр. Дөйөм майҙаны — 36,7 га. Күл дөрөҫ булмаған груша формаһында, тымыҡ. Ҡатнаш, күбеһенсә ер аҫты һәм атмосфера һыуҙары менән туйына. Тирә-яғындағы ландшафтар бөтөрөлгән киң япраҡлы урмандар урынындағы ауыл хужалығы ерҙәренән тора. Билгеләр күле һәм һаҙлығы юғары биотөрлөлөккә эйә булған һыу-һаҙлыҡ комплексы тип танылған, унда һирәк осрай торған хайуандар йәшәй һәм үҫемлектәр үҫә. Яр буйҙарын таллы (аҡ тал), ҡара ерекле (ҡара ерек, шыма ҡарама), күрәнле-мүкле-ҡайынлы (тәлгәш ҡайын), күрәнле-үләнле һ.б. һаҙлыҡтар, һирәгерәк болондар биләй. Үҫемлектәрҙең Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре үҫә: себер һыу сәтләүеге, һаҙ мунсағы, аҡ күрәнүлән, мүк еләге, ысыҡ үләне. Күл Башҡортостанда бәләкәй диңгеҙ наядаһы үҫкән берҙән-бер урын булып тора. Унда Упҡанкүлдәге кеүек себер һыу сәтләүеге үҫә. Һоро торна йәшәй[2]. Шуға күрә уның территорияһында хужалыҡ эшмәкәрлектәре, һыу ятҡылығын бысратыу, торф сығарыу тыйылған.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 30 декабрендәге «Ғафури, Нуриман, Мәләүез райондарының тәбиғәт объекттарын һәм комплекстарын республика әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенә индереү тураһындағы» 514-се ҡарарына ярашлы Билгеләр комплексы тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә[3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]