Бишҡайын һаҙлыҡтары
Бишҡайын һаҙлыҡтары | |
---|---|
урыҫ : комплексный памятник природы Бишкаиновские болота | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 12,07 гектар |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 26 сентябрь 2018 йыл |
Урынлашыуы | |
53°58′53″ с. ш. 56°06′29″ в. д.HGЯO | |
Бишҡайын һаҙлыҡтары (рус. Бишкаиновские болота) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы биләмәһендәге комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы. Һаҙлыҡ майҙаны — 12,07 гектар, һаҡ зонаһының майҙаны — 9,18 гектар[1].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәбиғәт ҡомартҡыһы Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районының Бишҡайын ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 26 сентябрендәге «Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил, Ауырғазы, Бишбүләк, Бөрө, Илеш, Ишембай, Кушнаренко, Миәкә һәм Учалы райондарында Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт объекттарын тәбиғәт ҡомартҡылары тип иғлан итеү тураһында» 474-се ҡарары менән Бишҡайын һаҙлығы комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә була[2]. Тәбиғәт ҡомартҡыһы Бишҡайын ауылы янында бер-береһенән алыҫ түгел урынлашҡан өс карст соҡоронда урынлашҡан һаҙлыҡтар комплексынан ғибәрәт. Уйпатлыҡтарҙағы һаҙлыҡтарҙың тәрәнлеге 6 метрҙан 10,5 метрға тиклем. Торф ҡатламының ҡалынлығы 1,0 метрҙан 2,5 метрға тиклем тирбәлә, унан аҫтараҡ һыу һәм һаҙ батҡағы. Карст соҡорҙарының ситтәре ярайһы уҡ текә.
Һаҙлыҡ флораһы сағыштырмаса бай, 50-гә яҡын юғары көпшәле үҫемлек төрөн, шул иҫәптән 8 тал төрөн үҙ эсенә ала. Башҡортостандың Урал алды урман-дала шарттарында һаҙлыҡта гипоаркто-бореаль төрҙө — лапландия талын табыу бик ҡыҙыҡлы. Һаҙлыҡтарҙа Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына (2011) индерелгән һирәк осраған һәм һаҡлауға мохтаж үҫемлек төрҙәре осрай: һыубаҫар көкөрт үләне, Англия ысыҡ үләне, һаҙ хаммарбияһы. Иң һирәк төр булып һыубаҫар көкөрт үләне тора, ул Башҡортостан Республикаһында ҙур булмаған популяциялар менән ике һаҙлыҡта ғына, шул иҫәптән Бишҡайын һаҙлыҡтары участкаларының береһендә осрай.
Һаҙлыҡтарҙа шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына (2011) индерелмәгән, ләкин республика территорияһында уларҙың тәбиғәт мөхитендәге торошона айырыуса иғтибарға һәм мониторингҡа мохтаж булған үҫемлектәр — һаҙ мүк еләге һәм түңәрәк япраҡлы ысыҡ үләне осрай[1].
Әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бишҡайын ауылы янындағы карст соҡорҙарындағы һаҙлыҡтар тәбиғәтте һаҡлау йәһәтенән, Башҡортостан Республикаһы үҫемлектәренең һирәк төрҙәрен һәм үҫемлектәр берләшмәләренең һирәк төрҙәрен йөрөтөүсе булараҡ, ҡиммәтле. Бынан тыш, улар карст соҡорҙарында һаҙлыҡ барлыҡҡа килеү процестарын өйрәнеү өсөн мөһим фәнни әһәмиәткә эйә[1].
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бишкаиновские болота . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
- Постановление правительства Республики Башкортостан от 26.09.2018 №474 «Об объявлении природных объектов и комплексов памятниками природы Республики Башкортостан в Абзелиловском, Аургазинском, Бижбулякском, Бирском, Илишевском, Ишимбайском, Кушнаренковском, Миякинском и Учалинском районах Республики Башкортостан» .
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Бишкаиновские болота . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
- ↑ Постановление правительства Республики Башкортостан от 26.09.2018 №474 «Об объявлении природных объектов и комплексов памятниками природы Республики Башкортостан в Абзелиловском, Аургазинском, Бижбулякском, Бирском, Илишевском, Ишимбайском, Кушнаренковском, Миякинском и Учалинском районах Республики Башкортостан» .