Оло Таҙтүбә (тау)
Оло Таҙтүбә | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Урынлашыу | Дыуан районы |
Мираҫ статусы | геологический памятник природы[d] |

Оло Таҙтүбә тауы (рус. Большая Тастуба) — Башҡортостан Республикаһының Дыуан районында урынлашҡан геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы. Ул БАССР Министрҙар Советының 212-се ҡарары менән 1985 йылдың 26 декабрендә айырата һаҡлана торған тәбиғәт территорияһы тип иғлан ителгән [1]. Рифтәрҙән тороп ҡалған тау-останец, тоҡомдары түбәнге пермь эзбизташтарынан тора, тирә-яғы тигеҙлек, тау уның өҫтөнән өҫтөнән 100 метр самаһы ҡалҡып тора[2]
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Геологик тибы: геоморфологик
- Дөйөм майҙаны : 305,5
- Диңгеҙ кимәленән абсолют бейеклеге 403,7 м.
- Көнбайыштан көнсығышҡа табан 2,5 км һуҙылған, көньяҡтан төньяҡҡа — 1,8 км.
- Түбәһе көмбәҙ рәүешле, өҫтөндә яйла.
- Эзбизле ҡая сығынтылары бар.[3]
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тау Таҙтүбә һәм Вознесенка ауылдары араһында урынлашҡан
Координаттары:
Киңлек: 55.775 (градус)
Оҙонлоҡ: 57.911 (градус)
Тәбиғәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тауҙа дала болонлоҡтары, ташлы дала, ҡайын ҡырҡындылары, ултыртылған ҡарағай майҙандары бар. Һирәк осрай торған үҫемлектәре уның геологик ҡомартҡы статусын алыуға сәбәпсе булған[4].
Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тауҙың атамаһының икенсе өлөшө — ҡушма һүҙ: «таҙ» һәм"түбә" тигән һүҙҙәрҙән яһалған. Был тауҙың яланғас түбәле, таҡыр булыуы менән бәйле атама. Таҙ — таҡыр[5].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Постановление Совета министров Башкирской АССР от 26.12.1985 № 212 «Об охране дикорастущих видов растений на территории Башкирской АССР»
- ↑ Гора Большая Тастуба
- ↑ Уникальные геологические объекты России (геологические памятники природы). Башкортостан Республика. Гора Большая Тастуба . Дата обращения: 20 июнь 2020.
- ↑ Гора Большая Тастуба 2020 йыл 9 октябрь архивланған.
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 295-се бит
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 861 бит
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Геологические памятники природы Республики Башкортостан. Гареев Э.З., Уфа «Тау» 2004 РЕЕСТР особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан Сайт Министерства природных ресурсов и экологии Республики Башкортостан 2020 йыл 29 сентябрь архивланған.
- Информационно-аналитическая система «Особо охраняемые природные территории России» (ИАС «ООПТ РФ»)