Үләнде (күл)
Үләнде | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Үләнде (рус. Улянды) — Башкортостан Республикаһының Әбйәлил районындағы күл. Үләнде күленең көнсығыш яры тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора (1997)[1] (Ҙур биологик төрлөлөклө һәм экологик әһәмиәтле һыу-һаҙлыҡ комплексы).
Атауҙы күле Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының Северный ауылынан 2,5 км көнсығыштараҡ урынлашҡан.
Характеристика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Майҙаны — 1,9 кв. км, оҙонлоғо 2 км, уртаса киңлеге 1,9 км.
Күл тектоник сығышлы, һуңғы девон тоҡомдарында (андезит-базальт порфирит, базальт, туффит, ҡомташ һәм балсыҡлы һәүерташ) барлыҡҡа килгән.
Күлдең төбө йәйпәк, ҡомло-ташлы ләмле, ярҙары һөҙәк, һаҙланған.
Тымыҡ күл, атмосфера яуым-төшөмдәре һәм грунт һыуҙары менән туҡлана. Һыу тоҙло, гидрокарбонатлы-натрийлы.
Эвтрофлы, тонсой торған күл. Күлдә балыҡтар бар (табан балыҡ, ҡарабалыҡ һәм алабалыҡ), ҡаҙ, өйрәк, көйөлдө, бүрекле ҡара өйрәк, сүрәгәй өйрәк, керелдәк сөрәгәй һәм башҡалар йәшәй.
Ландшафт — дала, буш ятҡан көтөүлектәр.
Топонимика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күл исеме башҡорт телендәге «Үләнде» — үләнле, үлән баҫҡан һүҙенән килеп сыҡҡан.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- А. М. Гареев. Улянды (озеро) . ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (2013). Дата обращения: 4 апрель 2017. 2017 йылдың 25 апрель көнөндә архивланған.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Восточный берег озера Улянды Башкирия RussiaOutdoors — Путешествия по России 2016 йылдың 31 май көнөндә архивланған.