Йөрәктау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йөрәктау
Координаталар: 53°44′30″ с. ш. 56°05′51″ в. д.HGЯO
УрынлашыуыБашҡортостан
Тау түбәһе бейеклеге338 м
Йөрәктау (Башҡортостан Республикаһы)
Точка
Йөрәктау
Йөрәктау (Ишембай районы)
Точка
Йөрәктау
Викиһаҡлағыста категория

Йөрәктау — шихан, Стәрлетамаҡ ҡалаһы эргәһендәге дүрт шихандың береһе, Стәрлетамаҡ районы биләмәһендә урынлашҡан.

Йөрәктау ҙа ошо тирәләге башҡа (Торатау, Шәкетау, Ҡуштау) шикелле 2008 йыл — шорт-лист проектында «Рәсәйҙең ете мөғжизәһе» (Шихан булараҡ) билдәләнгән[1]

Физик-географик ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

*Оҙонлоғо — 1 км,

*киңлеге — 850 м,

*бейеклеге — Ағиҙел йылғаһы кимәленән — 220 м, тупраҡ өҫтөнән — 200 м, океан кимәленән абсолют бейеклеге — 338 м.

*Ул конус һымаҡ формала. Һөҙәклеге 20-30 градус.

Ҡаялы баҫҡыстары юҡ. Аҫҡы өлөшө ҡойолоп төшкән таштар менән ҡапланған. Фотоиллюстрация 2016 йылдың 6 март көнөндә архивланған.

Тау нигеҙенең төньяҡ итәгендә шишмәләр бар. Шуларҙың береһе көкөртлө..

Эргәһендә генә Муҡша күле бар [2].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1707 йылда Йөрәктау янында Күсем батыр етәкселегендәге баш күтәреүсе башҡорттар (улар Өфө башҡорттарынан, мишәрҙәрҙән, татарҙарҙан, сыуаштарҙан, сирмештәрҙән торған) һәм Аристов етәкселегендәге 900 һалдат, 700 һыбайлынан торған (уларға хөкүмәткә тоғро башҡорттар ҙа ҡушылған) Хохлов отряды араһында алыш булған.

Баш күтәреүселәр еңгән. Хохлов Табын ауылына ҡасҡан. 400 һалдат әсиргә алынған, башҡалары үлтерелгән.[3].

Рәсемдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. «Семь чудес России» 2012 йылдың 23 апрель көнөндә архивланған.
  2. http://www.photographer.ru/nonstop/picture.htm?id=435049# Фотоиллюстрация, автор Петр Захаров
  3. http://www.vatandash.ru/index.php?article=1506 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған. История башкир

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

3D вид с горы Юрактау 2020 йылдың 5 ғинуар көнөндә архивланған.