Киндерле мәмерйәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Киндерле мәмерйәһе
рус. Киндерлинская пещера
Мәмерйәгә инеү юлы
Мәмерйәгә инеү юлы
54°09′25″ с. ш. 56°51′16″ в. д.HGЯO
ИлРәсәй Рәсәй
РегионБашҡортостан
Тораҡ пунктТашаҫты
Тәрәнлеге≈215 м
Оҙонлоғооҙонораҡ 8130 м
Күләме≈229900 м³
Асылған йылы≈1940
Типтектоник
һыйҙырышлы тоҡомдарэзбезташ
Мәмерйәгә инеү юлы1
Доступно для посетителейеңел үтә алырлыҡ ≈300 м
Яҡтыртыуюҡ
Киндерле мәмерйәһе (Рәсәй)
Gfi-set01-cave red.svg
Киндерле мәмерйәһе
Киндерле мәмерйәһе (Башҡортостан Республикаһы)
Gfi-set01-cave red.svg
Киндерле мәмерйәһе

Киндерле мәмерйәһе (рус. Пещера Победа) — Көньяҡ Уралда оҙонлоғо буйынса икенсе урында торған мәмерйә. Ул Ғафури районының «Еҙем» тәбиғәт паркы биләмәһендә, Ташаҫты ауылынан 5 км йырыҡлыҡта Еҙем йылғаһының уң яҡ ҡушымтаһы Киндерле[1]. йылғаһының тамағында урынлашҡан.

Мәмерйә юғары Девон осоро эзбизташтарында өңөлгән дүрт ҡатлы горизонталь юлдар галереялар систамаһын хасил итә. Мәмерйәгә ингән урында 720 кв. м. майҙанды боҙ ҡатламы биләп тора, уның оҙонлоғо 720 м, ҡалынлығы 8 м-ға етә.Боҙ өҫтөнән төрлө ҡиәфәттәге сталагмиттар ҡалҡып тора.

Мәмерйәнең дөйөм оҙонлоғо 8130 м (шуның 230 м һыу аҫтында), күләме 229600 куб.м, иҙәненең майҙаны 39400 кв.м., юлдарының уртаса киңлеге 5,4 м, бейеклеге 7,1 м. Киндерле Уралдың иң тәрән мәмерйәһе. Уның амплитудаһы 215 м. Мәмерйәгә инеү урыны трапецияға оҡшаған.

Ерле халыҡ был мәмерйәне тирә яғында киндер үҫкәнгә күрә Киндерле тип атаған. Мәңгелек боҙлоғонда йәйен ит һаҡлағандар.

Тәү башлап мәмерйәне 1974 йылда А. Андреев етәкселегендәге Стәрлетамаҡ спелеологтары тикшерә. Фашист Германаяһын еңеүҙең 30 йыллығына Киндерле мәмерйәһен Башҡортостан туризм экскурсиялар өлкә советы экспедицияһы ентекләберәк өйрәнеп «Еңеү мәмерйәһе» тигән яңы исем бирә.

Киндерле мәмерйәһе

Еҙем тәбиғәт паркы биләмәһендә барлығы 67 мәмерйә булыуы билдәле.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. А. Р. Калмурзин. Гафурийский район. Природные условия, население, хозяйство и экология. — Уфа, 1999 г.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]